Көнгәк
+10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
23 Апрель , 05:38

Ир-егет үсексәнгә әйләнде

Беҙ үпкәләүҙең бала йәки ҡатын-ҡыҙға ғына хас хис-тойғо булыуына күнеккәнбеҙ. Әммә һуңғы йылдарҙа ир-егеттең һүҙгә, шаяртыуға, иҫкәрмәләргә йәки уларҙың фекере менән һинеке тап килмәгән күренештәргә кире реакцияһы көсәйҙе. Йәғни үсексәнгә әйләнде. Бөгөнгө заманда йәмғиәт уларҙы көслөрәк булырға саҡырған дәүерҙә улар, киреһенсә, йомшаҡайға, наҙлыҡайға әүерелде. Миҫалға бер ағайҙы килтермәксебеҙ. Күптән түгел редакцияға килгәйне. Гәзиткә яҙылырға килгәндер тип ҡыуанғайныҡ, киреһенсә, булып сыҡты. Үҙенең үсегеүен әйтергә ингән икән. “Гәзитегеҙгә яҙылмайым, мин яратмаған кешене баҫҡанһығыҙ”, - тине ул. Бынағайыш... Психологияла “урта йәш, оло йәш кризисы” тигән термин бар. Ысынлап та көрсөккә килеп терәлгәнме ул? Законлы реакция тиһәң, инде хәҙер көнләшеп йәшәр йәштән уҙған. Шул һөйләшеү ныҡ уйға һалды. Ысынлап та, көслө зат тип күрергә теләгән, ихтирам иткән, башҡарған эшенә һоҡланған кешеләр бер көндө килеп ниңә көсһөҙлөк күрһәтә икән?

Ир-егет үсексәнгә әйләндеИр-егет үсексәнгә әйләнде
Ир-егет үсексәнгә әйләнде

Традицион ролдәрҙе алмашыу, әллә “һаҡлаусы кейемен”юғалтыу уларҙың холҡона шулай тәьҫир итәме? Мәҫәлән, элек ир-егет үҙен ғаиләһен, яҡындарын яҡлаусы, ашатыусы, аҡса табыусы, проблемаларҙы хәл итеүсе итеп танытҡан. Бөгөн ҡатын-ҡыҙ үҙе аҡса эшләй. Төрлө ҡаршылыҡ тыуған осраҡта йыш ҡына йәмғиәт тә ҡатын-ҡыҙҙы яҡлап сыға. Күп ғаиләләрҙә ир “баш булыу” статусынан мәхрүм. Ошо күренештәргә протест белдереүеме икән әллә уларҙың үсегеүе.
Элегерәк өҫтәлгә һуғып булһа ла үҙенең хаҡлығын, өҫтөнлөгөн өҫкә сығарһа, бөгөн бының өсөн штраф сәпәүҙәре, эшләгән осраҡта эштән бушатыу йәки социаль селтәрҙә тәнҡиткә эләгеү хәүефе үпкә тойғоһона әйләнгәнме? Һуғыша, һүгенә алмағас, әрләй алмағас агрессияһын сығара алмай, күңел түрендә үпкә булып оялайҙыр моғайын.

Үсегеү - ул баҫтырылған, бикләнгән асыу бит ул.

Бында тәрбиәнең дә роле барҙыр. Малайҙар һәм ҡыҙҙар бергә уҡығас, айырым тәрбиә биреп булмай. Ата-әсә лә еңелергә, тәнҡит ҡабул итергә һәм сиктәрҙе һаҡларға өйрәтмәй. Һөҙөмтәлә өлкәнәйгәс тә ир-егет үҙен көсһөҙ тип күрһәткән кешеләрҙе кисерә алмай һәм уға ҡарата үпкә тойғоһо барлыҡҡа килә. Һәр уңышһыҙлығын һәләкәт тип ҡабул итә һәм ғәйеплеләрҙе эҙләй, сөнки уның психикаһы еңеп сығыу өсөн күнекмәгән.

Бәлки, ирҙәр үпкәләмәйҙер, тик беҙ, ҡатын-ҡыҙ, уларҙың үсегә белеүен яңы ғына күргәнбеҙҙер тип тә уйларға урын бар.

Шулай ҙа, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, бөгөн дә йәмғиәт элекке кеүек ир-егеттең көслө, әммә агрессив түгел, һиҙгер, әммә ваҡсыл түгел, уңышлы, әммә тыйнаҡ булыуын теләй.

Лена АБДРАХМАНОВА.

 

Автор:
Читайте нас