

Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр итте. Һуңғы ваҡытта Константин Толкачев Мәскәүҙә дауалана ине.
– Бөгөн төндә Константин Борисович вафат булды. Ул ҡаты ауырый, һуңғы йылдарҙа ауыр сир менән көрәшә ине. Үҙен бик ҡыйыу тотто. Ысынлап та, офицер кеүек, генерал кеүек. Бер ҡасан да зарланманы. Ваҡыт-ваҡыты дауаланырға йөрөнө. Хәле ауырайғас, ауыр операцияны кисерергә батырсылыҡ итте. Мәскәүҙә эшләнеләр. Ул бик дәртле кәйефтә юлға сыҡты, операциянан сыҡты, ауыр хәлдә булһа ла, йәшәргә теләге ҙур ине. Был иң юғары ихтирамға лайыҡ. Беҙгә, әлбиттә, ауыр. Моғайын, беҙҙең идара итеү командаһында өлкән иптәшебеҙҙе яҡшы һүҙ менән иҫкә алмаған кеше юҡтыр. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай уның етәкселегендә һөҙөмтәле орган булды Бергәләп ижтимағи-сәйәси көрсөк, ковид, махсус хәрби операция, санкция баҫымы үттек. Бик ауыр юғалтыу, – тине Радий Хәбиров.
Константин Толкачевты оператив кәңәшмәлә бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Радий Фәрит улы уны лайыҡлы ерләү ойошторорға ҡушты.