Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
28 Мая , 10:00

Һүрәттә - янғынға ҡаршы көрәш

Ирекле янғын һүндереү йәмғиәте янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында төрлө сара ойоштора.

Һүрәттә - янғынға ҡаршы көрәшҺүрәттә - янғынға ҡаршы көрәш
Һүрәттә - янғынға ҡаршы көрәш

28 майҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың гранты сиктәрендә Мәләүез районы мәктәп уҡыусылары араһында тематик һүрәт төшөрөү конкурсына йомғаҡ яһалды. Жюри ағзаларына 150-нән ашыу һүрәт араһынан еңеүселәрҙе һайлап алыу еңел булманы. Призерҙарҙы бүләкләү Башҡортостан Республикаһы бәләкәй суднолар буйынса Үрге Ағиҙел инспекторҙар бүлексәһендә үтте. “Еңеүселәргә диплом, мәктәп кәрәк-ярағы бүләк иттек. Бындай сара өлкәндәр араһында ла үткәреләсәк”, - ти “Башҡортостан Республикаһының ирекле янғын һүндереү йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы директоры Шамил Хәлитов.

Һүрәттә - янғынға ҡаршы көрәш
Һүрәттә - янғынға ҡаршы көрәш
Һүрәттә - янғынға ҡаршы көрәш
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас