Йәмғиәт
3 Июня , 08:15

Әрмегә китә егеттәр

Әрмегә китә егеттәрӘрмегә китә егеттәр
Әрмегә китә егеттәр

Әрмегә  китә  егеттәр

3 июндә һәм Мәләүез һәм Федоровка районы  хәрби комиссариатында егеттәрҙе армияға оҙатыу тантанаһы үтте. Ике райондан алты ир-егет Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафын тулыландырҙы.  Хәрби хеҙмәткә саҡырыу – ул хеҙмәт урынына ебәреү генә түгел, ә медицина тикшереүе, профессиональ-психологик һайлап алыу, саҡырыу комиссияһы ултырышы кеүек саралар комплексын үҙ эсенә ала.
2026 йылғы яҙғы саҡырылыш яңыртылған ҡағиҙәләр буйынса үтеүе тураһында яҙған инек инде. Уға ярашлы,  йәш критерийы киңәйтелде, электрон повесткалар таратыла, ҡасып ҡалған өсөн яуаплылыҡ етдиләштерелде. Бынан тыш,  хәрби хеҙмәткә саҡырыу саралары йыл әйләнәһенә дауам итә. “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында”ғы законға төҙәтмәләр индерелде, уға ярашлы, 2026 йылдың 1 ғинуарынан хәрби хеҙмәткә саҡырыу хәҙер яҙғы һәм көҙгө кампанияларға бүленмәй, йыл әйләнәһенә - 31 декабргә тиклем үткәрелә.

Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары  хәрби комиссары Ринат Ғибәҙуллин йәш һалдаттарҙы бурыстары менән таныштырҙы. Мәләүез ҡала мәсете имам-хатибы Зәбир Яҡшыев  әрме хеҙмәтенә саҡырылыусыларҙы  һәр ир-егеттең тормошондағы был мөһим этапты намыҫ менән үтеүҙәрен теләне.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас