

“Мәҙәниәтһеҙлегемә” уңайһыҙланып, ни тип әйтергә лә һүҙ таба алмай, ыҡ-мыҡ иткәнсе, матур ҡатын, тыҡ-тыҡ баҫып китеп тә барҙы. Тик ырғытып киткән һыу шешәһе сүп һауытына барып етмәй, туҡталыштарҙың береһен тағы ла нығыраҡ ҡыйлап ятып ҡалды.
Әле генә күптәр өсөн, шул иҫәптән миңә лә, гүзәллек алиһәһе булып тойолған ҡатындың нәзәкәтлелегенән бер нәмә лә ҡалманы. Ауыҙ тултырып, мәҙәнилек, тәрбиә тураһында әйткән булды, ә үҙенең артынан күпме сүп-сар, асыу тирә-яҡҡа сәселде...
Һуңғы ваҡытта урам, туҡталыш, биҫтәләр бысраҡ булыуына, сүплеккә әйләнеүе тураһында ишетергә тура килә. Уның өсөн власты, йыйыштырыусы ойошмаларҙы әрләйбеҙ. Экология, тирә-яҡ мөхит бысрана тип һөрәнләйбеҙ, яр һалабыҙ. Тик үҙебеҙ йәшәгән урыныбыҙ таҙа, һулар һауабыҙ саф булһын өсөн нимә эшләйбеҙ һуң?
Көнкүреш ҡалдыҡтары күберәк баҡса йорттары, урман һыҙаттарында, йәғни кешеләр йөрөгән, дөрөҫөрәге кеше үҙен иректә тойған, бер ниндәй контроль, күҙәтеү юҡ тип иҫәпләгән ерҙә осрай. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Тәрбиәһеҙлекме, әллә тейешле урында сүп һауыттары булмауымы? Ә, бәлки, үрҙә атап кителгән ҡатын кеүек, урна ситенә ырғытҡан өсөн яза системаһы ҡаралмауылыр?
Бынан бер нисә йыл элек сүп һауытында эҙләнгән асарбаҡ менән һөйләшкәйнем. Ул кешеләрҙең бай йәшәүен билдәләгәйне. “Кисә һатып алған икмәген бөгөн ашамайҙар, былтыр алған кейеменә лә шкафта урын юҡ, бөтәһен дә сығарып ташлайҙар”, - тигәне хәтерҙә ҡалған.
Эйе, бөгөн кешелә әйбер күп, береһенән-береһе уҙҙырып байыраҡ йәшәргә ынтылабыҙ. Тырышабыҙ, уҙышабыҙ, йүгерәбеҙ... Ә рухи байлыҡ, күңел байлығы тураһында уйларға ваҡыт ҡалмай.
Лена АБДРАХМАНОВА.