Салауат Юлаев орденлы һауынсы
Үрге Юлдаш ауылында йәшәүсе Роза Ишһарина районда ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренселәрҙән булып Салауат Юлаев орденына лайыҡ була. Юғары награда уға 2001 йылда юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелә.
Роза Миңлемулла ҡыҙы туғандары араһында бәләкәйҙән тырышлығы менән айырыла. Әсәһенән, бөгөн ауылдың ихтирамлы ағинәйе 98 йәшлек Рәхилә Хайбрахман ҡыҙынан, тапшырылған уға был сифат.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов: Башҡортостан Республикаһында бесән әҙерләү эштәре башланды. Быйыл бөтә категориялағы хужалыҡтарҙа бесәнлек майҙаны 610 мең гектар тәшкил итә. Бесән әҙерләү кампанияһын сифатлы үткәреү малсылыҡ тармағы күрһәткестәренә туранан-тура йоғонто яһай һәм «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты маҡсаттарына тап килә. Аграрийҙар алдына 650 мең тоннанан ашыу бесән, 1 миллион 100 мең тонна сенаж һәм 1 миллион тонна силос әҙерләү бурысы ҡуйылған. Республика буйынса уртаса алғанда, бер шартлы баш малға 28 центнер аҙыҡ берәмеге тупаҡ һәм һутлы аҙыҡ әҙерләргә кәрәк. Иҫәпләүгә ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары инә, уларҙа 351,2 мең шартлы баш мал иҫәпләнә.
Сабыйын әсәһенә ҡалдырып, Роза Ишһарина Салауат исемендәге хужалыҡҡа һауынсы булып эшкә урынлаша. Колхоздың көслө, халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн бөтә көсөн һалған йылдар булып һаҡлана хәтер һандығында был осор. Юлдаш бүлексәһендә хеҙмәттәштәре Зифа Йәрмөхәмәтова, Фәниә Ишһарина, Мөнирә Мөслимова апайҙар хеҙмәт тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
- Төркөмдә 25-30 баш һыйыр, көнөнә ике тапҡыр һауабыҙ. Резина итек, һалҡын ферма, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамай, иртүк эщкә киләбеҙ. Хужалыҡ өлгөлө булды, бәлки, шуғалыр ҙа семинарҙар беҙҙә үтте. Республиканың төрлө районынан килгән ҡунаҡтар беҙҙәге эш алымын үҙләштерҙе. Беренселәрҙән булып, тап Салауат хужалығында һыйырҙы аппарат менән һауыу индерелде, санитария талаптарына талап юғары булды. Ауыр бидондарҙы күтәреп ташыныҡ, аҡсаһы түләнгәс, рәхәтләнеп эшләнек. Ғаилә ҡорғандарға етәкселек ярҙам итте. Йортон да төҙөнө, кәрәкле йыһазды сираттан тыш алыу мөмкинлеге лә булды. Роза Әлимова, Альмира Асҡарова, Вәсилә Мусина менән бергә эшләнек, бөгөн дә аралашып йәшәйбеҙ. 1982 йылда Радик Разин улы менән ғаилә ҡороп, дүрт балаға ғүмер бирҙек”,- тип тормош юлына байҡау яһаны хеҙмәт ветераны.
Тормош төрлө һынауҙар алдына ҡуйған уны, яҡынын,балаларын юғалтыу ғазабын да күргән. Бөгөн ике ҡыҙы Рәсимә һәм Рәйфә - уның төп терәге. Рәйфә әсәһенең юлын дауам итә, 15 йыл инде тормош иптәше Ирек Бикҡужин менән малсылыҡ тармағында эшләй. Рәсимәһе лә ауылда төпләнгән, оҙаҡ йылдар хужалыҡта, бөгөн Салауат ҡалаһына йөрөп эшләй.
Таңһылыу Мәжитова, Үрге Юлдаш ауылы ағинәйҙәр төркөмө ағзаһы:
Ауылыбыҙҙа ихтирамға лайыҡ шәхестәренең береһе ул, Роза Ишһарина. Нәҫелдәре менән эшһөйәр, тырыш, ихлас. Балаларын да шул юҫыҡта тәрбиәләне. Салауат Юлаев орденын былай ғына бирмәйҙәр. Ул быға лайыҡ.
-Етәксебеҙ Сибәғәт Ғәйнуллин “Өфөгә Салауат Юлаев орденын тапшырыу тантанаһына саҡыралар, мотлаҡ барырға кәрәк тигәс, юғалып ҡалдым. Шаяртыуҙыр тип ҡабул иттем. Бөтәбеҙ ҙә тырышып эшләйбеҙ, минең күрһәткес әллә ни артыҡ та түгел һымаҡ ине, тим. Машина менән алып барып, Өфөнө күрһәтеп алып ҡайттылар, бөгөн дә рәхмәт уҡыйым.
Райондың баш зоотехнигы Сергей Новоженин малсылыҡ тармағы тураһында бына нимә ти: Район республикала элек-электән малсылыҡ буйынса алдынғы булды. Мал аҙығы әҙерләү, заманса биналар төҙөү, тоҡомло мал һатып алыуҙа алдынғы технологиялар ҡулланыла. Быйыл һабантуйҙа уңышлы эшләгән, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән бер төркөм малсыларға Маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ. Бөгөн төп маҡсат- мал һанын кәметмәү, көҙгө-ҡышҡы осорға сифатлы әҙерләнеү һәм әлбиттә, тармаҡ хеҙмәтсәндәренең хеҙмәтен еңеләйтеү буйынса эш алып барыу.
Районда үткән һабантуй оҡшай. Форсаты сыҡҡанда барырға тырышабыҙ. Шулай ҙа был байрам элекке асылын юғалтмаһын ине тигән уй менән ҡайтам. Төп иғтибар ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә, малсы, механизаторҙарға йүнәлтелһен ине. Бөгөн йәштәр еңел тормош эҙләй. Кеше үҙ яҙмышын үҙе туҡый, тырышығыҙ, эшләгеҙ, ярты юлда туҡталып ҡалмағыҙ. Ауылда йәшәү ауыр түгел ул. Мал аҫырап, ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса үҫтереп йәшәйек. Тир түгеп эшләгән аҡса ҡәҙерле лә, бәрәкәтле лә. Көҙгөһөн туғандар менән элеккесә ҡаҙ өмәләре үткәрәбеҙ. Ошолар барыһы ла тормоштоң мәғәнәһе инде”, - тип оҙатып ҡалды беҙҙе оҙаҡ йылдар юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән Роза Ишһарина.