Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
24 Июнь , 06:15

Тарихты белһәң, киләсәккә ҡарау еңел

Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Мәләүездең һәм райондың тарихы, уның үҫешенең айырым осорҙары - ауыл, эшселәр ҡасабаһы, ҡала - оҙон, ҙур юлы тураһында материалдар һаҡлана.

Тарихты белһәң, киләсәккә ҡарау еңелТарихты белһәң, киләсәккә ҡарау еңел
Тарихты белһәң, киләсәккә ҡарау еңел

1730-1750 йылдарҙағы Башҡортостан картаһында, районыбыҙҙың әлеге сиктәрендә, беҙ тик Воскресенск заводын һәм бер нисә башҡорт ауылын ғына күрәбеҙ. 1766 йылда, йөк күсереү пристаны булараҡ Стәрлетамаҡҡа нигеҙ һалына, уның аша Илек һаҡлауынан Ағиҙел йылғаһы буйлап Камаға һәм Волгаға тоҙ ташыйҙар. Тоҙ һәм башҡа йөктәр Стәрлетамаҡта ошо осорҙа төҙөлөп ятҡан Өфө-Ырымбур ҡаҙна юлы буйлап килтерелә. Оло юлда һәр 25-30 саҡырым һайын почта - ылау туҡталыштары эшләнә: Мәләүез, Ергән, Аллағыуат һәм башҡалар. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ пристанына нигеҙ һалыу Мәләүездең барлыҡҡа килеүенә лә бер ни тиклембулышлыҡ итә.

1930 йылда республика райондарға бүленә

Мәләүез район үҙәгенә әйләнә һәм уның Стәрлетамаҡҡа буйһоноу осоро шулай тамамлана.

30-сы йылдар башында беренсе биш йыллыҡта Мәләүездә беҙҙең генә түгел, ә күрше райондарҙың да иҡтисадын үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булған ҡайһы бер предприятиелар асылды. Ҙур автомобиль хужалығы һәм авторемонт оҫтаханаһы ойошторолдо, урман заводы төҙөлдө, тирмәндәр тулы ҡеүәткә эшләне, Ағиҙел йылғаһы ярында иген һаҡлау өсөн ҙур келәттәр һалынды.

Бығаса яңғыҙ эшләгән һөнәрселәр һәм кәсепселәр промартелдәргә берләште, ойошҡан эшселәр синыфына әйләнде.

1936 йылда тәүге ҙур сәнәғәт предприятиеһы - киптерелгән һөт заводы төҙөлә. 1938 йылда Мәләүез эшселәр ҡасабаһына үҙгәртелә.

Бөтәһе лә - Еңеү өсөн

1941 йылда башланған һуғыш тыныс хеҙмәтте өҙҙө. Күптәр Тыуған илде һаҡларға китте. Мәләүез предприятиеларында фронтҡа оҙатыу өсөн төрлө продукция әҙерләнде, промартелдәрҙә кейемдәр тегелде, урман заводында саңғылар һәм снарядтар өсөн йәшниктәр әҙерләнде, авторемонт заводында автомашилар ремонтланды. 1940 йылда сафҡа индерелгән киптерелгән һөт заводы продукцияһы ла фронтҡа оҙатылды. Хәтер китабында 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған мәләүездәрҙең исемдәре яҙылған. Еңеүҙең егерме йыллығы хөрмәтенә “Дан” мәҙәниәт  һәм ял паркында ҡуйылған скульптура монументы улар тураһында мәңгелек иҫтәлекте һаҡлай.

Һәм ҡала үҫте...

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡ хужалыҡтың бөтә тармағын күтәрергә тотондо. Тимер юл линияһын һалыу халыҡтың хеҙмәт батырлығы булды. 1949 йылда беҙҙең яҡтарҙа тәүге тапҡыр паровоз гудогы яңғыраны.

Тимер юлы Күмертау һәм Салауат ҡалаларын, уларҙың сәнәғәт объекттарын төҙөү өсөн кәрәкле шарт булды. Мәләүез, йәше буйынса уларҙың олатаһы булараҡ, уларҙы төҙөүҙә туранан-тура ҡатнашты, төҙөлөш материалдары сәнәғәтен булдырҙы.

Илленсе йылдарҙа ағас эшкәртеү комбинаты, кирбес заводы, тимер-бетон ҡоролмалар заводы төҙөлдө һәм сафҡа индерелде.

Иген ҡабул итеү пунктында элеватор, ит комбинаты, шәкәр заводы төҙөлдө. Район мәҙәниәт йортоноң, партия район комитетының бинаһы һалынды, торлаҡ фондын төҙөү башланды.

1958 йылда Мәләүез район буйһоноуындаҡы ҡалаға әйләнде.

Алтмышынсы йылдарҙа һөт-консерва комбинаты, авторемонт заводы, автохужалыҡ, көнкүреш хеҙмәте комбинаты, ҡыуғын контораһы, мал һимертеү совхозы һәм башҡа предприятиелар киңәйтелде һәм үҙгәртеп ҡоролдо. Колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы, “Сельхозэнергострой”, ремонт-төҙөлөш идаралығы ойошторолдо.

Йәмәғәт торлаҡ фонды, яңы мәктәптәр, клубтар, һаулыҡ һаҡлау объекттары, балалар баҡсалары, спорт ҡоролмалары, коммуналь-көнкүреш объекттары тағы ла әүҙем төҙөлдө.

1975 йылда Мәләүездә химия заводы сафҡа инде. Уның баҫыуҙар уңышын, малсылыҡ етештереүсәнлеген күтәреү өсөн тәғәйенләнгән продукцияһы илдең төрлө яғына оҙатыла.1978 йылда урман комбинаты төҙөлдө, 1988 йылда спорт аяҡ кейемдәре кимбинатын төҙөү башланды.

Заводтар һәм комбинаттар артыу менән Мәләүез районы үҙәге булған ҡаланың халҡы ла үҫте, күп ҡатлы йорттар төҙөү башланды, социаль-көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары күбәйҙе.

Райондың төп байлығы - кешеләр

Бөгөн бай тарихы, матур үткәне һәм өмөтлө киләсәге булған Мәләүез районы үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Беҙ йәшәгән төбәк - ул сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары, акционерҙар йәмғиәттәре, фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, бойҙай, арпа, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө уңышын мул биргән уңдырышлы баҫыуҙар. Был - индустрия һәм эшкәртеү предприятиелары. Бөгөн беҙ күп һөҙөмтә һәм күрһәткес менән ғорурлана алабыҙ.

Мәләүез продукцияһы «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» иҫәбенә инә. Беҙҙең икмәк, ит һәм һөт ризыҡтарының тәме республикала ғына түгел, ситтә лә билдәле.

Ҡаланы һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү эше алып барыла, яңы йорт, производство һәм социаль объекттар, юл төҙөлә, балалар учреждениелары, дауаханалар, клубтар, спорт ҡоролмалары торошо яҡшыра. Һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, мәғариф, халыҡ кәсептәре һәм спорт үҫешенә иғтибар көсәйә.

Район-ҡалала 45-тән ашыу милләт халҡы дуҫ, берҙәм, татыу йәшәй.

Беҙ уңышҡа ынтылабыҙ, ул иһә һәр бер кешенең тырышып эшләүе менән өлгәшелә. Белемле етәкселәр, производство алдынғылары, аграрийҙар, талантлы табип һәм уҡытыусылар, эшҡыуарҙар, күренекле спортсылар -  райондың көсө һәм байлығы.

Мәләүез ере бик күп күренекле сәйәсмән, етәксе, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең тыуған ере булып тора. Улар республика, Рәсәй мәнфәғәте өсөн емешле эшләй һәм үҙенең кесе Ватанына ярҙам итә.

Бөгөн мәләүез халҡы киләсәккә ышаныслы ҡарай, үҙ-үҙенә ышана, хеҙмәтте хөрмәт итә һәм тыуған ерен һаҡлай.

Беҙ башҡарған эш һәм башланғыс һәр ваҡыт Башҡортостан Башлығы һәм Республика Хөкүмәте тарафынан хуплау таба. Депутаттар ҙа баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә. Һәр ваҡыт шулай булды һәм киләсәктә лә шулай булһын!

Фотолар архивтан.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас