

2022 йылдың декабрендә Октябрьский ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарының бүлек начальнигы һәм иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса район-ара бүлек етәксеһе, иҡтисади енәйәттәр буйынса бүлеге начальнигы, шулай уҡ «Һаҡлау» коллегияһы адвокаты енәйәт схемаһын эшләй. Улар алкоголде законһыҙ һатыу буйынса берәүҙән енәйәт эшен туҡтатыр өсөн 2,5 миллион һум талап итә. Аҡса өсөн фигуранттар эште туҡтатырға йәки уны ауыр булмаған статьяға үҙгәртергә вәғәҙә итә. Адвокат аҡса тапшырыуҙа аралашсы булып сығыш яһай.
-Енәйәтселәр урындағы халыҡтан талап ителгән аҡсаны алып, үҙҙәре теләгәнсә тотона.
Зыян күреүсе үҙен алдағандарын аңлай һәм именлек органдарына мөрәжәғәт итә.