Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
8 Июля , 09:18

«Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө» айҡанлы ҡабул итеү үтте

Рәсәйҙә был байрам 2008 йылда барлыҡҡа килде, 2022 йылдан Владимир Путин Указы менән ул рәсми билдәләнә.

«Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө»  айҡанлы ҡабул итеү үтте«Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө»  айҡанлы ҡабул итеү үтте
«Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө» айҡанлы ҡабул итеү үтте

Район-ҡалала был көндә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналған төрлө саралар үтә. Шулай уҡ уйындар, әңгәмә, оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары ойошторола.

“Йәшлек” йәштәр үҙәгендә лә ошо дата айҡанлы ҡабул итеү үтте. Унда халыҡты социаль яҡлау, Пенсия фонды, ЗАГС бүлеге, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, суд приставтары һәм адвокаттар сараға килеүсе граждандарға консультация ярҙамы күрһәтте.

Пенсия тәғәйенләү, тәрбиәгә бала алыу, алимент юллау һәм башҡа һорауҙар буйынса мөрәжәғәттәр яңғыраны.

Александр Корицкий фотоһы

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас