

Гомогенизатор, пастеризатор, сепаратор ҡорамалдары һатып алынды. Ошолар иҫәбенә етештереү цехының ҡеүәте өс тапҡырға артты.
Шулай итеп, ассортиментта ПЭТ-шешәләрҙә һөт һәм кефир, шулай уҡ төрлө майлы һәм күләмле эремсек, ҡаймаҡ тәҡдим ителә.
Өлкәндәрҙең продукцияһы, балаларҙыҡы кеүек үк тулыһынса тәбиғи составҡа эйә. Ул урындағы фермер хужалыҡтарының нормалләштерелгән һөтөнән яһалма өҫтәмәләрһеҙ һәм майҙың масса өлөшө талаптарына ярашлы эшләнә.