Йәмғиәт
10 Июля , 07:00

Иштуған ауыл биләмәһе еңеүсе проект исемлегендә

Районда «Беҙҙең ауыл» конкурсы йомғаҡтары билдәләнеүе тураһында хәбәр иткән инек инде. Программаға ярашлы, унда еңеп сыҡҡан проекттар тормошҡа ашырыла башланы.

Ағымдағы йылда Александровка, Аптраҡ, Арыҫлан, Денис, Ергән, Иштуған, Корнеевка, Нордовка һәм Партизан ауыл биләмәләре проекттары иң уңышлылары тип табылды.

Районда программаға ярашлы зыярат ҡоймалары яңыртыла, ирекле янғын һүндереү командалары биналары ҡыйыҡтары ремонтлана, техникаға өҫтәмә ҡорамал һатып алына, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эш башҡарыла. Бөгөн уларҙың күптәре тамамланған да инде.

Проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 3,2 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә, шуның 2,3 миллион һумын  район бюджетынан бүленә. Ауыл халҡы һәм  һәм аҡсалата ярҙам күрһәткәндәр - 0,6 миллион һум, ҡалған өлөшө биләмәләр бюджетынан финанслана.

Иштуған ауыл биләмәһе халҡы проектта беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Дөйөм йыйылышта уҙған йыл ауыл зыяратын яңыртыу буйынса башланып, тамамланмай ҡалған эште дауам итергә ҡарар иттек. Дөйөм эштең хаҡы 320 мең һум, шуның 250 меңе райондан бүленһә, халыҡ 25 мең аҡса тупланы, 20 меңе –ауыл биләмәһе бюджетыныҡы.

Быйыл да ошо йүнәлештә эште дауам иттек. Конкурс талаптарын уңышлы үтәп, төҙөлөш материалдары һатып алдыҡ. Иҫке кәртәләрҙе һүтеп, сүп үләндәре сабылып, тимер бағаналар ултыртҡас, 203 метр арауыҡты заманса материал менән яңырттыҡ. 3 көн дауамында халыҡ өмә ойоштороп, үҙ көсө менән эште атҡарып сыҡты. Ауыл хакимиәте исеменән проектты тормошҡа ашырыуға күп көс һалған һәм ярҙамлашҡан ауылдаштарға, Восточный ауылынан  килеп ярҙам иткән ир-егеттәргә рәхмәт белдерәм. Артабан да ошондай сараларҙа ҡатнашып, ауыл тормошона яңы һулыш өрәйек.

Ринат ӘЛМӨХӘМӘТОВ, Иштуған ауыл биләмәһе башлығы.

Иштуған ауыл биләмәһе еңеүсе проект исемлегендә
Иштуған ауыл биләмәһе еңеүсе проект исемлегендә
Иштуған ауыл биләмәһе еңеүсе проект исемлегендә
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас