Йәмғиәт
4 Августа , 13:20

"Трактор" айлығы башланды

Маҡсат - техниканы хәүефһеҙ файҙаланыу

"Трактор" айлығы башланды"Трактор" айлығы башланды
"Трактор" айлығы башланды

3 августан 4 сентябргә тиклем республикала «Трактор» айлығы уҙа. Айлыҡтың тмаҡсаты - үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы ҡулланыу ваҡытында кеше ғүмеренә, һаулығына, мөлкәтенә һәм тирә‑яҡ мөхиткә зыян килеү хәүефен кәметеү.

Айлыҡ үткәреү тураһындағы бойороҡҡа 2026 йылдың 31 июлендә ҡул ҡуйылған. Сара барышында техника хужаларына уны хәүефһеҙ ҡулланыу талаптары иҫкә төшөрөләсәк. Теркәлмәгән йәки техник тикшереү үтмәгән техниканы ҡулланыуға юл ҡуйылырға тейеш түгел. Шулай уҡ руль артына ултырыусыларҙың идара итеү хоҡуғын раҫлаусы документы һәм тейешле категорияһы булыуы тикшерелә.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ район бүлеге, Тәбиғәттән файҙаланыу, экология һәм урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Етешһеҙлек асыҡланған осраҡта етди саралар ҡулланыласаҡ,техника хужаларына норматив талаптар аңлатыла.

БР Дәүләт техник күҙәтеү комитетының Мәләүез районы буйынса секторы дәүләт теркәүенә тракторҙар, двигателдең эш күләме 50 куб сантиметрҙан ашыу йәки максималь ҡеүәте 4 кВт‑тан юғары булған үҙйөрөшлө юл‑төҙөлөш һәм башҡа машиналар, уларға тағылмалар, шулай уҡ автомобиль юлдарында хәрәкәт итеү өсөн тәғәйенләнмәгән, максималь конструктив тиҙлеге сәғәтенә 50 км һәм унан кәм булған автотранспорт саралары инә.

«Трактор» айлығы граждандарҙы закон талаптарына талаптарына яуаплы ҡарарға саҡыра. Был аварияларҙы булдырмауға һәм кеше ғүмере менән һаулығын һаҡлауға ярҙам итә.

Хәлил ҒИЗЗӘТУЛЛИН,
Мәләүез районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү секторының баш дәүләт инспекторы.

Фото:шәхси архивтан

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас