Йәмғиәт
8 Августа , 07:15

Кирбестәргә һеңгән күңел йылыһы

9 август - Төҙөүселәр көнө

Кирбестәргә һеңгән күңел йылыһыКирбестәргә һеңгән күңел йылыһы
Кирбестәргә һеңгән күңел йылыһы


Ғүмеренең күп өлөшөн Зөлфәт Йомағолов яратҡан һөнәренә арнаған төҙөүселәрҙең береһе. Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында күп балалы ғаиләлә хеҙмәт тәрбиәһе ала.  Күрше Бала Сытырманда мәктәбен тамамлағас, күп уйлап тормай, тракторсылар курсына уҡырға килә.

“Пугачев” совхозының көслө, йәш кадрҙарға бөтә юлдар асыҡ йылдарына тура килә был осор. Тәүге хеҙмәт аҙымын ул ошонда яһай, ерҙә эшләргә, уның үҙенсәлеген аңларға, ауыл хеҙмәтен баһаларға өйрәнә. Был тормош мәктәбе  күп нәмә бирә: сыҙамлыҡ  һәм ҡыйынлыҡтарҙы бергә  еңеү мөмкинлеген аңлау.
Һалдат хеҙмәтенә саҡырылғанға тиклем хужалыҡта комбайнсы булып эшләй. Иптәштәре араһында  эшһөйәрлек, яуаплылыҡ һәм һайланған юлға тоғролоҡ менән айырылып тора. Армия хеҙмәте тәртип, яуаплылыҡ, командала эшләү сифаттарын тәрбиәләй, тап холҡоноң был үҙенсәлектәре  артабан  биналарға  нигеҙ һалғанда, йорттар күтәргәндә  файҙалы була.
Ауылдашы Мәрүә Сәмерхан ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, Мәләүезгә күсеп килгәс, 1985 йылда ИЖС -ҡа төҙөүсе булып урынлаша. Бөгөн Смоленск, Цюрупа, Октябрь урамдарындағы йорттарҙың һәр береһенә уның ҡул һәм күңел йылыһы һалынған. Был йылдар дауамында Зөлфәт Мәүлимбирҙе улы  төҙөлөштә төрлө материал һәм технологиялар менән эшләргә өйрәнә. Бригадаға тәжрибәле, етди, үҙ һөнәрен яратҡан ир-егеттәрҙе туплана. Ғүмеренең ике тиҫтә йылы йәйге эҫелә, ҡышҡы һалҡында, көҙгө ҡарлы-ямғыр аҫтында Мәләүез предприятиеларында эшләү өсөн республиканың төрлө райондарынан  йыйылған кадрҙарҙы торлаҡлы итеүгә арнала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙгәртеп ҡороу йылдарында төҙөлөш тармағы ла һынау алдында ҡала һәм  шәхси ҡулдарға күсә.
 Балаларын аяҡҡа баҫтырыу, уҡытыу  өсөн Зөлфәт Йомағолов үҙенең бригадаһы менән Себер тарафына юллана. Бындағы тәбиғәт шарттары, һалҡын климат  төҙөүселәргә яңы һынау ҡуя, әммә ауылда тыуып-үҫкән,  тәжрибә туплаған ир-егеттәр бында ла алдынғылар исемлегендә була. Хеҙмәт хәүефһеҙлеге, оҫталыҡты даими камиллаштырыу эш сифатында ла сағылыш таба. Етәкселек тарафынан тап ошо йылдарҙа ул Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була.
Ҡатыны Мәләүез химия заводында ашнаҡсы булып урынлашып, хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр, бөгөн улар биш ейән-ейәнсәргә хөрмәтле олатай-өләсәй. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамай, бөгөн дә балаларына, туғандарына йорт төҙөргә ярҙам итә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша, кәңәштәрен бирә, кәрәк булғанда үҙе лә инструментҡа тотона. Уның өсөн был ярҙам ғына түгел, ә тупланған белемде тапшырыу, ысын оҫталыҡтың нисек булырға тейешлеген күрһәтеү мөмкинлеге.

Форсат менән файҙаланып, төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ, именлек, ғаилә ныҡлығы теләйбеҙ.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Һүрәттә: Зөлфәт Йомағолов ихатаһындағы хужалыҡ ҡорамалдарына  үҙ ҡулдары менән  “йән өргән”. Улар ысын матурлыҡ өлгөһө.

Автор фотоһы.

Кирбестәргә һеңгән күңел йылыһы
Кирбестәргә һеңгән күңел йылыһы
Кирбестәргә һеңгән күңел йылыһы
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас