

Район аграрийҙарының ҡыҙыу эш мәле, һауа торошоноң ҡоро тороуынан файҙаланып, игенселәр бер минутты ла юғалтмаҫҡа тырыша. Эшҡыуар ”Ғ.М.Әлмөхәмәтов” хужалығында ла ҡыҙыу осор. Өлгөргән культуралар еҫе таралған 40 гектар майҙанды биләгән арпа баҫыуында эшләгән Алмаз Фәтҡуллин, Дмитрий Иҡсанов, водитель Илфат Әлмөхәмәтовтың кәйефе шәп. Көн матур, техника ла һынатмай, тимәк, уңышты ваҡытында йыйып алырға ышаныс ҙур.
Фермер хужалығы үҙенең эшмәкәрлегенә өс тиҫтә тулыуын билдәләне - был етди ваҡыт, ошо осорҙа предприятие ауыл хужалығы исемлегендә үҙ урынын тапты. Ғәфүр Мираҫғәли улының стратегик ҡарашы хужалыҡтың ышаныслы үҫешен тәьмин итә. Яғыулыҡ-майлау материалының, орлоҡтоң алдан тупланыуы, машина-трактор паркының ваҡытында ремонланыуы һәм уларға һаҡсыл ҡараш миҙгел эштәрен планға ҡарата байтаҡ алдан һәм сифатлы тамамлау мөмкинлеге бирә.
Хужалыҡта хеҙмәткәрҙәр өсөн лайыҡлы шарттар булдырылған. Быға тиклем ситтә эшләгәндәрҙең тап ошонда төпләнеүе киләсәккә ышаныс өҫтәй. Дмитрий Иҡсанов - шундайҙарҙың береһе. Оҙаҡ йылдар вахта ысулы менән Себерҙә эшләгән егет бында ҡайтыуына үкенмәй. “Эш хаҡы ваҡытында түләнә. Иген уңған, гектар ҡеүәте юғары. Көндәлек норманы арттырып үтәйбеҙ. Баҫыуҙың иген келәтенә яҡын булыуы, ташыусыларҙың көтөп тороуы ваҡытты экономиялай. Был майҙанды тамамлаһаҡ, икенсеһенә күсәбеҙ. Механизаторҙарҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү ойошторолған, уны яланға килтерәләр.”,- тине. Комбайн штурвалы артындағы Алмаз Фәтҡуллиндың атаһы ла оҙаҡ йылдар ошонда эшләп, яңыраҡ хаҡлы ялға сыҡҡан. Бөгөн уның юлын улы дауам итә. Бына шулай быуындар бәйләнеше хеҙмәткә ихтирам тәрбиәләй.
Күҙ асып йомғансы тулған комбайн бункерындағы уңышты келәткә алып киттеләр. Водитель Илфат Әлмөхәмәтов әйтеүенсә, уңыш башҡа йылдарға ҡарағанда юғары. Бында агросараларҙы ваҡытында башҡарыу һәм орлоҡ сифатының юғары булыуы ла роль уйнай. Алты тонна һыйҙырышлы КамАЗ машинаһында егет көн дауамында ундан ашыу рейс яһарға өлгөрә.
Хужалыҡта үҫемлекселек менән малсылыҡ бергә үҫешә. Бындай комплекслы ҡараш хеҙмәткәрҙәргә тотороҡло һәм һынауҙарҙы лайыҡлы еңергә булышлыҡ итә.