

Барыһы ла быны белә: урамда сүп-сар майҙансыҡтарында урынлашҡан контейнерҙар тик ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар (ТКО) өсөн тәғәйенләнгән. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар – торлаҡ йорттарҙа кешеләр ҡулланған ваҡытта барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтар, шулай уҡ кешенең шәхси һәм көнкүреш ихтыяждарын үтәү йәки файҙаланылыу барышында ҡулланылыу үҙенсәлектәрен юғалтҡан әйберҙәр. Тик унда һаман баҡсалағы сүп-сар менән тирә яҡ тула.
Нимә эшләтергә? Яндырығыҙ!
Тораҡ пунттарының ер участкаларында (торфлы тупраҡ участоктарынан тыш) ел булмаған көндө, түбәндәге шарттар үтәлгән осраҡта ғына ҡоро үләнде үртәү мөмкин:
- участкаларҙа ҡоро үлән үртәгән урын яҡын тирәләге объекттарҙан (өй, ҡойма, һарай, бәҙрәф, мунса, ағас һ.б.) 50 метрҙан кәм булмаған алыҫлыҡта урынлашырға тейеш;
- үлән үртәгән урын 30 метр радиуста ҡороған ағас, утын ҡалдыҡтарынан, башҡа яныусы материалдарҙан таҙартылған булырға һәм 1,5 метр киңлегендә минераллашҡан һыҙат менән уратып алынырға тейеш;
- биләмәлә янғынға ҡаршы махсус режим индерелмәгән осраҡта;
- сүп-сарҙы үртәгән кешегә даими рәүештә ут эргәһендә булырға кәрәк һәм ҡул аҫтында беренсел янғын һүндереү саралары ла булырға тейеш.
Йәшелсәнән ҡалған ҡыйҙы, кипкән үләндәрҙе соҡор яһап күмергә мөмкин, тупраҡҡа бик яҡшы ашлама була.
Баҡсанан сыҡҡан сүп-сар, утын, төҙөлөш ҡалдыҡтарын контейнерҙарға ташларға ярамай.
Үҫемлек ҡалдыҡтары “ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар” тигән билдәләмәгә инмәй. Берҙәм тарифтар сиктәрендә үҫемлек ҡалдыҡтарын сығарыу төбәк операторына йөкмәтелмәгән. Баҡса-сылыҡ, йәшелсәселек ҡалдыҡтары контейнерҙарға һалынырға тейеш түгел. Был шулай уҡ капиталь ремонттан ҡалған төҙөлөш ҡалдыҡтары, хәүефле ҡалдыҡтар, малсылыҡ ҡалдыҡтарына ла ҡағыла.