Йәмғиәт
15 Сентября , 08:00

Йә инде! Хур итәләр бит былар!

Добавить в предпочтительные источники Google

Учалы районы полицияһына 38 йәшлек балалар баҡсаһы хеҙмәткәре мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ҡатын интернет аша автомобиль һатып алырға теләп, мутлашыусыларға 500 мең һум самаһы шәхси аҡса күсергән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, автомобиль һатып алырға ниәтләгән ҡатын интернет-майҙансыҡтарҙы ҡарағанда сит илдән машиналар килтереү тураһында иғлан тапҡан. Ҡыҙыҡһынып, ул һылтанма буйынса күсә һәм үҙенең мәғлүмәттәрен ҡалдыра.

Һуңыраҡ популяр мессенджерҙарҙың береһендә зыян күреүсе менән компания вәкиле бәйләнешкә инә һәм килешеү шарттары тураһында һөйләй. Әңгәмәсе автомобилде килтереү өсөн сумманың бер өлөшөн алдан индерергә кәрәклеген хәбәр итә, ә ҡалған аҡсаны һуңыраҡ түләргә тәҡдим ителә. Ҡатын ризалаша һәм таможня йыйымдары өсөн 500 мең һум самаһы аҡса күсерә.

Әммә һуңыраҡ компания вәкилдәре тулы сумманы түләүҙе талап итә, йәнәһе, бынан һуң ғына автомобиль килтереләсәк. Шул саҡта ғариза биреүсе мутлашыусылар менән бәйләнешкә ингәнен аңлай.

Был факт буйынса РФ ЕК 159-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Полиция граждандарға дистанцион килешеүҙәрҙә уяулыҡ күрһәтергә һәм билдәһеҙ кешеләрҙең талабы буйынса аҡса күсермәҫкә кәңәш итә.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-09-15/mashina-la-a-sa-la-yu-4812790

Фото: Асыҡ сығанаҡ

Йә инде! Хур итәләр бит былар!
Йә инде! Хур итәләр бит былар!
Автор:
Читайте нас