Йәмғиәт
18 Сентября , 08:10

Ризығы тәмле, йөҙө яҡты

       

Добавить в предпочтительные источники Google

Светлана Әмирханова  “Иҫәнов” крәҫтиән-фермер хужалығында  ашнаҡсы булып эшләй.  Ашханала эшләүенә быйыл ике йыл тула. Шуға ҡарамаҫтан, малсы һәм механизаторҙар араһында тәмле аш-һыу әҙерләүе, уны даими төрләндереүе менән абруй ҡаҙанып өлгөргән.  “Ул ризыҡты  күңел йылыһы һәм хәстәрлек менән  әҙерләй. Ҡулындағы ябай аҙыҡ тел йоторлоҡ тәмле ризыҡҡа әйләнә”, - тиҙәр уның тураһында.

Светлана бөгөн егермегә яҡын хеҙмәткәр өсөн ашарға әҙерләй. Ҡыҙыу эш мәлендә ашхана ер эшенән арыған кешеләрҙең күңелен тынысландырыр, тәненә ял бирә торған урын. Шуға ла ул иртә таңдан эшкә килә, усаҡ яғып ҡаҙанын ҡайната. Хужалыҡта иң кәрәкле кешеләрҙең береһе тиһәң дә, бер ҙә арттырыу булмаҫ, сөнки тап уның тырышылығы менән хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең  эшкә кәйефе күтәрелә.

Ризығы тәмле, йөҙө яҡты
Ризығы тәмле, йөҙө яҡты
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас