

Райондың 2583-се һайлау участка комиссияһында бөгөн дә йәнле үтә сара.
Ергән ауылында йәшәүсе Рауза Ғәббәсоваға 93 йәш. Йәштән хеҙмәт тәрбиәһе алған инәй бәрәкәтле ғүмер көҙөн хәрәкәттә үткәрә. Ейән-ейәнсәрҙәренә тәмле ҡамыр аштары әҙерләргә ярата. Буш ваҡытында скандинав таяҡтары менән йөрөй. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы һайлауҙарына ул һайлау комиссияһы ағзаларының өйөнә килгәнен көтмәй килеп тауыш бирҙе. Рауза Бикбулат ҡыҙы һымаҡ булығыҙ! "Илебеҙ киләсәге - йәштәр һәм ололар ҡулында! Ситтә ҡалмағыҙ", -ти ул. #Вашвыбор2026#