

Райондың 2574-се һайлау участкаһына Сәйет, Яңы Казанковка ауылдары ҡарай. Бөтәһе 309 һайлаусы, улар араһында башлап ҡына гражданлыҡ бурысын үтәгәндәр бар. Ангелина Актаева - шундайҙарҙың береһе. Һайлау участкаһы рәйесе Әминә Иманғолова һүҙҙәренә ҡарағанда, йәштәр ҙә, ололарҙа берҙәй әүҙем тауыш бирә. 42 йыл бергә йәшәгән Гөлгөнә һәм Минияз Яҡуповтарҙы ла мәктәптә урынлашҡан һайлау участкаһына килгәндә осраттыҡ. “Бер ҡасан да бындай сараны ҡалдырғаныбыҙ юҡ”, - ти улар.
Богородскийҙа урынлашҡан 2573-сө участкала 20 сентябрь Федор Ядыкин - 85, Фирүзә Тәҡиуллина 80 йәшен билдәләй. Комиссия ағзалары биләмәнең хеҙмәт ветерандарын ҡотлап, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Һайлауҙың өсөнсө көнөндә лә юғары әүҙемлек күҙәтелә.
#вашвыбор2026#