Көнгәк
-1 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
25 Сентябрь , 13:30

Кескәйҙәргә бағышланған ғүмер

Район-ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында оҙаҡ йылдар эшләгән тәрбиәселәр байтаҡ. 15-се «Гүзәл» башҡорт балалар баҡсаһында физик культура инструкторы булып эшләгән Әнисә Әсхәт ҡыҙы Дәүләтбердина шундайҙарҙың береһе. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Кескәйҙәргә бағышланған ғүмерКескәйҙәргә бағышланған ғүмер
Кескәйҙәргә бағышланған ғүмер

Ул 24 йыл дауамында балаларҙың һаулығын нығытыуға, уларҙа спортҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә үҙенең бөтә көсөн һалған алдынғы ҡарашлы педагог.
Әнисә Әсхәт ҡыҙы 1995 йылда Күмертәү ҡалаһының педагогия колледжын «Физик культура» һөнәре буйынса тамамлай. хеҙмәт биографияһын Салауат ҡалаһында башлай. Тормошҡа сыҡҡас, 2001 йылдан алып Мәләүездәге № 15 «Гүзәл» башҡорт балалар баҡсаһына килә. Бөгөн ул — юғары квалификациялы, яуаплы һәм үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен белгән белгес. Уның инструктор вазифаһындағы хеҙмәт стажы 29 йылдан ашыу иҫәпләнә.
Әнисә Дәүләтбирҙина баҡсаның профсоюз комитеты ағзаһы ла, «Непоседы» ритмик-хореографик түңәрәгенә етәкселек итеүсе лә, Мәләүез ҡалаһының физик культура инструкторҙары методик берекмәһе етәксеһе лә булып тора. Тимәк, ул үҙенең белеме һәм тәжрибәһен тик балалар менән генә түгел, ә хеҙмәттәштәре менән дә уртаҡлаша.
"Ике балам - улым һәм ҡыҙым бар, - ти Әнисә Әсхәт ҡыҙы. - Малай эшләп йөрөй, ә ҡыҙым Стәрлетамаҡ хореография колледжына уҡырға керҙе. Уның да балалар менән эшләргә теләге бар".
Инструкторҙың төп маҡсаты — тик баланы төп хәрәкәт төрҙәрен дөрөҫ башҡарырға өйрәтеү генә түгел, ә һәр балала спортҡа һөйөүҙе һаҡлап ҡалырлыҡ ихтыяж тәрбиәләү. Нәҡ шуңа күрә Әнисә Әсхәт ҡыҙының эшендә төп йүнәлеш — баланың һаулығын нығытыу һәм кескәй саҡта иң йыш осраған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү.
— Балалар баҡсаһында физкультура инструкторы булып эшләү — ул һәр көн һиңә педагог та, психолог та, артист та булырға тура килеү, — ти Әнисә Дәүләтбирҙина. Һәм ысынлап та, үҙенең профессиональ эшмәкәрлеге дауамында ул бик күп ролдәрҙе уйнап өлгөрҙө.
Физик культура инструкторы — балалар баҡсаһының алыштырғыһыҙ хеҙмәткәр. Уның хеҙмәте арҡаһында киләсәк быуын әүҙем, сәләмәт һәм шат булып үҫә.
Беҙ инструкторҙы баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте өсөн ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ һәм уның шундай мөһим һәм яуаплы эшендә яңы өлгәләргә теләйбеҙ!
Гөлназ САЛАУАТОВА
Автор фотоһы

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас