Көнгәк
-1 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
9 Октября , 11:00

Ҡаршыһына айыу килеп сыҡҡан

Был турала ул үҙенең сәхифәһендә яҙған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡаршыһына айыу килеп сыҡҡанҠаршыһына айыу килеп сыҡҡан
Ҡаршыһына айыу килеп сыҡҡан

Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Үрге Әүжәнгә эш сәфәре мәлендә урман хужаһына — айыуға тап булған. Ул көтөлмәгән осрашыу хаҡында социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

«Хәйерле көн, Белорет халҡы! Үрге Әүжәндә эш сәфәре барышында урман хужаһына тап булдым», — тип яҙған ул.

Азат Хәкимов үҙ яҙмаһында, «Башинформ» агентлығының материалына һылтанып, айыуҙар йылдам үрсеүе хаҡында белдерҙе. Әле республикала 2733 айыу иҫәпләнә — был 2025 йылға ҡарағанда күберәк. Әммә белгестәр уларҙың халыҡ өсөн ҡурҡыныс булмауын билдәләй. Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы был мәсьәләне контролдә тота һәм айыуҙар һанын көйләү буйынса эш алып бара. 

Автор:
Читайте нас