Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Сентябрь 2022, 14:41

Ҡыҙыу линия

Роспотребнадзор дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса 5 сентябрҙән 16-на тиклем ҡыҙыу линия ойоштора

Ҡыҙыу линия
Ҡыҙыу линия

5 сентябрҙән 16-на тиклем Роспотребнадзор дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия үткәрә, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Белгестәр белем биреү учреждениеһы етәкселегенең ошо мәсьәләгә ҡарашына, ата-әсәләр контроленә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә, шулай уҡ башҡа темалар буйынса консультация алырға мөмкин.

Һорауҙарҙы дүшәмбе-йома көндәрендә иртәнге 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем 8-800-700-90-30 телефонына шылтыратып, бирергә була. Көндөҙгө 12-нән 12.45 минутҡа тиклем тәнәфес. Шылтыратыу бушлай.

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: