

Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең яңы биләмәләрендә булғандан һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр менән күрешкәндән һуң Ҡырым Республикаһы етәксеһе Сергей Аксенов менән осрашты. Етәкселәр үҙ-ара бәйләнеште нығытыу тураһында һүҙ алып барҙы.
- Мин төбәктәр үҫешенә булышлыҡ иткән бындай осрашыуҙарға шатмын. Башҡортостан етәкселеге беҙгә 2014 йылдан ярҙам күрһәтә. Ҡатмарлы осорҙа бер-беребеҙгә ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға ышанабыҙ. Беҙ бөгөн яңы биләмәләргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә ярҙам итәбеҙ, - тине Сергей Аксенов.
Әйткәндәй, 2017 йылда беҙҙең республикаға Евпаториялағы "Юбилейный" шифаханаһы тапшырылғайны. Башта корпустарға капиталь ремонт яһау күҙалланһа ла, хәҙер иҫкеләрен емереп, яңы биналар төҙөргә ниәт бар. Ата-әсәләр һәм балаларға йыл әйләнәһенә ял итеү өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыу мөһим. Төҙөлөш киләһе йылда башланасаҡ.
Радий Хәбиров Сергей Аксеновҡа «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы буйынса хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итте. Аксенов был тәҡдимде хупланы. Тимәк, тиҙҙән беҙҙең хаҡлы ялдағылар Ҡырымға сәйәхәткә барасаҡ. Белеүегеҙсә, әле был программа буйынса Белоруссия һәм Абхазияға турҙар ойошторола.
https://glavarb.ru/rus/