Райхана Псәнчина - социаль хеҙмәткәр. Башҡарған хеҙмәтенең рәсми атамаһы шулай, ә ауылдың өлкән йәштәге кешеләре өсөн «беҙҙең Райхана» ул. Оло инәй-олатайҙарҙың серҙәше, кәңәшсеһе, аяҡ-ҡулы, күҙе-ҡолағы ла әле үҙе. Уның тырышлығы, миһырбанлығы ярҙамында бөгөн Васильевканың ун һигеҙ кешеһе йортон ташлап китмәй, төп нигеҙендә ғүмер кисерә. Был инде ауылға йәм биреп, ул өйҙәрҙә ут яна, тормош гөрләй, балаларҙың, ейәндәрҙең ҡайтыр урыны бар тигән һүҙ.
- Һаумыһығыҙ, мин килдем! - тип барып инде ул үҙе хеҙмәтләндергән ауылдашы Татьяна Алпееваға. Өлкән кешенең хәлен белешеп, һаулыҡ торошон һорашып, ҡан баҫымын үлсәне.
Ҡырҡ йыл ғүмерен мәктәптә балалар уҡытыуға арнаған хаҡлы ялдағы 71 йәшлек уҡытыусы әйтеүенсә, ул үҙ ярҙамсыһынан уңған. Социаль хеҙмәткәр кәрәк саҡта магазинға, баҙарға алып бара, дарыу, аҙыҡ-түлек, төрлө кәрәк-яраҡ килтерә, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша, «Дәүләт хеҙмәте» аша врачҡа яҙҙыра...
Социаль хеҙмәткәр башҡарған хеҙмәт тураһында тулыраҡ гәзиттең 7-се һанында баҫылды.
Л. Хәйруллина фотоһы.