Был хаҡта ил хөкүмәтендә хәбәр иттеләр.
Билдәләнеүенсә, ярҙам сараһын ошондай типтағы биналарҙы яңыртҡанда ла, реконструкциянан һуң да алырға була.
«Торлаҡты үҙ көсөң, шулай уҡ төҙөлөш ойошмаһы ярҙамында төҙөкләндерергә рөхсәт ителә. Беренсе осраҡта Социаль фонд әсәлек капиталы аҡсаһын ата- әсәләрҙең береһенә, икенсеһендә предприятие иҫәбенә күсерә», — тиелә федераль власть органының рәсми ТГ-каналында.
Билдәле булыуынса, 2023 йылда республикала 670 мең ғаилә әсәлек капиталы ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.