Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Мәләүез тәрбиәселәре Башҡортостан Башлығы грантын алды

Үҙебеҙҙекеләр! Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Башҡортостан – илдең бындай ярҙам күрһәтелгән берҙән-бер төбәге. Бөгөн залда мәктәпкәсә белем биреүҙең иң яҡшы белгестәре йыйылды. Һеҙ барығыҙ ҙа – балалар баҡсаларында эшләүсе йәш педагогтар өсөн гранттарға беренсе конкурс еңеүселәре", - тине.

 21 июндә Өфөлә БР Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләгән йәш педагогтарға Башҡортостан Башлығы гранттарының беренсе  еңеүселәренә сертификат тапшырылды. Педагогтарҙы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне.

Республикала йыл һайын яңы балалар баҡсалары төҙөлә, капиталь ремонтлана, заманса ҡорамал һәм технология менән йыһазландырыла. “Мәғариф” милли проектында ҡатнаша, һуңғы биш йылда республиканың 36 балалар баҡсаһы грант конкурстарында еңеп, федераль бюджеттан 180 миллион һумға яҡын аҡса алды.

Конкурста республиканың 42 муниципалитетынан 151 йәш педагог ҡатнашты. 50 еңеүсе араһында – 28 тәрбиәсе, дүрт өлкән тәрбиәсе, дүрт физик культура буйынса инструктор, алты музыкаль етәксе, өс педагог-психолог һәм биш уҡытыусы-логопед.

Бәхетлеләр исемлегендә Мәләүез ҡалаһының 19-сы “Сулпан” балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсе Гөлназ Нәҙершина һәм 22-се “Урман әкиәте” балалар баҡсаһы педагогы Татьяна Крюкова ла бар. Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Гүзәл ҠАРАЗБАЕВА,  мәғариф идаралығы методисы.

Һүрәттә: Гранҡа эйә педагогтар БР мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин менән.

Мәләүез тәрбиәселәре Башҡортостан Башлығы грантын алды
Мәләүез тәрбиәселәре Башҡортостан Башлығы грантын алды
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: