Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Нисә тапҡыр эшһеҙлек буйынса иҫәпкә торорға мөмкин?

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре яуап бирә.

Нисә тапҡыр эшһеҙлек буйынса иҫәпкә торорға мөмкин?
Нисә тапҡыр эшһеҙлек буйынса иҫәпкә торорға мөмкин?


Нисә тапҡыр торһаң да ярай. Әммә ҡабаттан иҫәпкә ҡуйыр алдынан ваҡыт үтергә тейеш.

📆 Ваҡыты һеҙҙе ни өсөн бынан алда иҫәптән алыуҙарына бәйле:

– эштән киткәндән һуң икенсе көндә;

- мәшғүллек үҙәге тәүләп мөрәжәғәт иткән эшһеҙҙе теркәүҙән баш тартҡандан һуң 30 көн. Мәҫәлән, тәүге ике вакансия тәҡдимен ҡабул итмәгән булһағыҙ;
- 3 ай. 12 ай мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торғандан һуң һеҙҙе автоматик рәүештә эшһеҙ статусынан төшөрәләр. Әммә эшкә урынлашҡанға тиклем эш эҙләүсе булараҡ һеҙ иҫәптә ҡаласаҡһығыҙ.

❗ Онотмағыҙ! Айына ике тапҡыр мәшғүллек үҙәгендә теркәлергә тейешһегеҙ. Үҙәккә бармаһағыҙ, пособие түләү туҡтатыла.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: