Конгэк
0 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
2 Август , 16:38

«Һөт кухняһы»ның ғаиләләргә ярҙамы ҙур

«Һөт кухняһы» - балалы ғаиләләрҙе, шулай уҡ йөклө, имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы махсус аҙыҡ менән тәьмин итеү буйынса социаль ярҙам сараларының береһе. Мәләүездә «Һөт кухняһы» пункты 2019 йылдың көҙөнән эшләй. Ул Ленин урамы, 150 адресы буйынса үҙәк китапхана эргәһендә урынлашҡан.

«Һөт кухняһы»ның ғаиләләргә ярҙамы ҙур
«Һөт кухняһы»ның ғаиләләргә ярҙамы ҙур

- «Һөт кухняһы» продукцияһын программа эшләй башлағандан алып, 2019 йылдың йәйендә тарата башланыҡ, - тип һөйләй һатыусы Рәсимә Гусева. - Продукцияны Стәрлетамаҡ етештереү майҙансығынан килтерәләр. 18 октябрҙә ҡала үҙәгендә ошо таратыу пункты асылыуға биш йыл тула. Бында беҙ икәү эшләйбеҙ - мин һәм тағы бер һатыусы Әнисә Хажғәлиева. Продукцияны таратыу көндәре - шишәмбе һәм йома, шул ваҡытта килеүселәр күп була. Ғәҙәти эш көндәрендә лә клиенттарыбыҙ етерлек, сөнки ошо йылдар эсендә «Һөт кухняһы» продукцияһын өҫтөн күргән кешеләр арта. Мәҫәлән, оло йәштәгеләр һөттө беҙҙән һатып алыуҙы хуп күрә, сөнки уның сифаты юғары һәм төргәге лә уңайлы. Шулай уҡ дауаханала ятҡан туғандары өсөн продукция һатып алыусылар күп. Шәхсән үҙем персик йогуртын һәм «Һөт кухняһы» һөтөн яратам.

"Һөт эсеп үҫкән бала һау була!”

«Һөт кухняһы» таратыу пунктына ижади сәфәребеҙ йомаға тура килде. Урынға яҡынлашып килгәндә үк коляскаларында «тәмлекәстәрҙе» көткән сабыйҙарға иғтибар иттек. Совет мультфильмынан билдәле йырҙың һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө был күренеш: «Балалар, һөт эсегеҙ, һау булығыҙ!». Минең ошондай фекерем менән менән игеҙәк малайҙар Данил һәм Тимурҙың атаһы Максим Неряхин да ризалашты:

- Беҙ бында һөт, эремсек һәм бутҡа алабыҙ, - ти Максим. - Улдарыма продукция бик оҡшай, минеңсә, ул бик тәмле. Әсәләре менән үҙебеҙ ҙә тәмләп ҡарар инек тә ул, әммә игеҙәктәр беҙгә бер нәмә лә ҡалдырмай, - тип йылмая йәш атай.

 - Ә беҙҙең Марк йогурт һәм эремсек ярата, бутҡа ла ашай, -тип әңгәмәгә ҡушылды Елена Бондарева. - Беҙ тәүҙә, бәләкәй саҡта, ошонда уҡ ҡатнашма аҙыҡ ала инек, улыбыҙ уларҙы ла яҡшы ашаны. Үҫеп килгән организм өсөн “Һөт кухняһы" продукцияһы бик файҙалы, кальцийҙы кәрәкле күләмдә алабыҙ, тештәребеҙ ныҡ булыр тип ышанам!

Әйткәндәй, Мәләүездә бөгөнгә 470 кеше бушлай «Һөт кухняһы» продукцияһы менән ҡуллана. Дөйөм алғанда, республикала 23 648 кеше бушлай аҙыҡ-түлек ала. Улар иҫәбендә 382 йөклө ҡатын-ҡыҙ, 452 имеҙеүсе әсәй, 21 мең 999 өс йәшкә тиклемге бала, 815 МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары. 2023 йылда туҡланыу алған граждандарҙың дөйөм һаны 32 мең 462 кеше тәшкил иткән.

"Һөт кухняһын" ниңә тергеҙәләр?

2019 йылдан Башҡортостан Республикаһында льготалы категорияларға ҡараған йөклө ҡатындарҙы, имеҙгән әсәләрҙе һәм өс йәшкә тиклемге балаларҙы махсус аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеү буйынса программа эшләй. Биш йыл эсендә «Һөт кухняһы» программаһы  сиктәрендә Башҡортостандан 100 меңдән ашыу кеше бушлай туҡланыу алған.

Бөгөн “Һөт кухняһы" Рәсәйҙә иң ҙур селтәрҙәрҙең береһе булып тора, сөнки ул республиканың бөтә халҡын үҙ эсенә ала. Уға заманса юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған ете етештереү майҙансығы инә. Улар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Белоретта, Сибайҙа һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан.

Продукция республиканың бөтә биләмәләрендә урынлашҡан 132 таратыу пунктында, шул иҫәптән 63 фирма пунктында, һигеҙ дәүләт дарыуханаһында бирелә. Алыусыларға уңайлы булһын өсөн өҫтәмә рәүештә 61 тораҡ пунктты хеҙмәтләндергән дүрт мобиль транспорт павильоны (автокибет) эшләй.

2023 йылда яҡынса 1 миллион порция һөт продукцияһы, шул иҫәптән 400 мең порция һөт, 500 мең порция йогурт, 100 мең порция эремсек етештерелгән һәм таратылған.

- Был эшебеҙҙең бик яҡшы һөҙөмтәләре тип иҫәпләйем. Бер нисә йыл элек беҙ урындағы сеймалдан файҙалы һәм тәмле аҙыҡ-түлек етештергән «Һөт кухнялары» балаларыбыҙға ла, өлкәндәргә лә бик кәрәк тигән һығымтаға килдек. «Һөт кухняһы» бренды республика халҡы араһында популярлыҡ яуланы. Уның өсөн һум менән тауыш бирәләр, кәштәләрҙә эҙләйҙәр, башҡа етештереүселәрҙең шундай уҡ продукцияһына ҡарағанда өҫтөнлөк бирәләр. Был, һис шикһеҙ, уңыш, һәм беҙ уны артабан үҫтерәсәкбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Бөгөнгө көндә етештерелгән продукция ассортиментында 23 позиция - бәләкәй йәштәге балаларҙы туҡландырыу өсөн һөт, эремсек, йогурт, балалар печеньеһы, шулай уҡ пэт-бутылкаларҙа һөт һәм кефир, ҡаймаҡ, өлкәндәр һәм балалар өсөн өс йәштән ҡулланыу өсөн эремсек.

Бушлай һөт ризыҡтары кемгә тейешле?

Йөклө ҡатындар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм опекаға алынған өс йәшкә тиклемге балаларҙы имеҙгән, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашҡан граждандарҙың ғаилә ағзалары бушлай туҡланыуға хоҡуҡлы.

Документтарҙы «Башҡортостандың дәүләт хеҙмәттәре» республика порталы һәм «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге аша тапшырырға мөмкин. Беренсе ысул бөгөнгө көндә популяр, сөнки ғариза биреү ҡыҫҡа ваҡытты ала, мәғлүмәттәрҙең күп өлөшө шәхси кабинетынан автомат рәүештә тултырыла. Бөтә кәрәкле документтарҙы өйҙән сыҡмайынса электрон төрҙә беркетергә мөмкин, ә бирелгән ғаризаның статусын уны эшкәртеүҙең һәр этабында күҙәтергә мөмкин.

Алыусыларҙың категорияһына һәм йәшенә ҡарап, уларға йөклө һәм имеҙгән әсәйҙәр өсөн ҡоро витаминлы ҡатышмалар, балаларҙың ҡоро һөт ҡатышмалары, тиҙ эреүсән бутҡалар, шулай уҡ бәләкәй йәштәге балалар өсөн һөт продукцияһы - эремсек, һөт, йогурт бирелә.

Өлкәндәргә лә "Һөт кухняһы» бар

Ағымдағы йылдың июнендә «Һөт кухняһы» өлкәндәр өсөн дә һөт продукцияһы сығара башланы. Бының өсөн Октябрьский ҡалаһындағы бүлексәлә яңы линияны эшләтеп ебәреү өсөн реконструкция үткәрелә, гомогенизатор, пастеризатор, сепаратор ҡорамалдары һатып алына һәм ҡуйыла. Ошолар иҫәбенә етештереү цехының ҡеүәте өс тапҡырға арта.

Шулай итеп, ассортиментта ПЭТ-шешәләрҙә һөт һәм кефир, шулай уҡ төрлө майлы һәм күләмле эремсек, ҡаймаҡ барлыҡҡа килә.

Өлкәндәрҙең продукцияһы, балаларҙыҡы кеүек үк тулыһынса тәбиғи составҡа эйә. Ул урындағы фермер хужалыҡтарының нормалләштерелгән һөтөнән яһалма өҫтәмәләрһеҙ һәм майҙың масса өлөшө талаптарына ярашлы эшләнә.

БР «Һөт кухняһы» продукцияһының юғары сифаты федераль һәм республика конкурстарында абруйлы наградалар бирелеүе менән бер нисә тапҡыр раҫланды. Ул «Алтын көҙ» Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә алтын миҙалға, «Иң яҡшы тауарҙар» номинацияһында лауреат исеменә һәм «Башҡортостандың иң яҡшы 100 тауары» конкурсының «Иң яҡшы сифат системаһы» номинацияһында икенсе урынға, «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсында дипломант исеменә, "Беҙҙең бренд" конкурсында гран-при һәм алтын миҙалдарға, «Агрокомплекс” күргәҙмәһендә гран-при һәм алтын миҙалдарға лайыҡ булды.

Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: