Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Социаль мәсьәлә
4 Март 2025, 07:21

Ашығыҙ тәмле булһын!

        

Бөгөн район-ҡала мәктәптәрендә «Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы!» берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө үтте. Ата-әсәләр мәктәптә балаларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы өйрәнде, ике аҙналыҡ меню менән танышты, аҙыҡ-түлеккә контроль документацияһын,  журналдарҙы ҡараны, әҙер аҙыҡтың сифатын баһаланы. Сара ата-әсәләр контролен ойоштороу, шулай уҡ уҡыусыларҙа сәләмәт туҡланыу төшөнсәһе аша һаулыҡты һаҡлауға ҡарата яуаплы мөнәсәбәт булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Ата-әсәләр ашнаҡсыларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. Бындай форматтағы сара ай һайын үткәрелә.

Ашығыҙ тәмле булһын!
Ашығыҙ тәмле булһын!
Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас