

Уҙған аҙнала районда өс ауылда яңы заманса медицина учреждениелары асылды: Ергәндә табип амбулаторияһы, Дмитриевка һәм Даниловкала модулле ФАП-тар эш башланы. Барлыҡ объекттар ҙа заманса ҡорамалдар, мебель, пандус, киң ишек менән йыһазландырылған, ашығыс ярҙам һәм диагностика өсөн шарттар булдырылған. Яңы амбулаториялар һәм ФАП-тар ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтәтеү менән бергә, йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
Ергән ауылында яңы табип амбулаторияһы көнөнә 100-ҙән ашыу пациентты ҡабул итә. Амбулатория заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, шарттар талап ителгән стандарттарға яуап бирә. Район етәксеһе Зәбир Ғабдуллин һәм район үҙәк дауаханаһы баш врачы Илмир Ҡотлоғужин был ваҡиғаны ҙур әһәмиәткә эйә тип билдәләне һәм ауыл халҡына һаулыҡ теләне.
Медицина учреждениеһында күрше тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр ҙә хеҙмәтләндереләсәк. Амбулатоияға беркетелгән халыҡтың дөйөм иҫәбе 5392 кеше, шуларҙың 1087-һе - балалар.
Үҙ сығышында район етәксеһе Зәбир Таһирйән улы сәләмәтлек учреждениеһының халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеүен һәм ауыл инфраструктураһын үҫтереүҙә мөһим аҙым булыуын билдәләне.
Дмитриевка һәм Даниловкала халҡының хыялы тормошҡа ашты
Дмитриевка ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты 166 кешене, шул иҫәптән 33 баланы хеҙмәтләндерәсәк. Бында уларға 45 йыл эш тәжрибәһенә эйә юғары категориялы фельдшер Галина Пронькина медицина ярҙамы күрһәтә.
Даниловкалағы ФАП 240 кешегә, шул иҫәптән 37 баланың һаулыҡ һағында торасаҡ, тармаҡта 33 йыллыҡ стажы булған Наталья Грызина эшләй. Ике яңы ФАП та заманса йыһазландырылған, һыу һәм канализация селтәрҙәре менән тәьмин ителгән. Районда йыл аҙағына тиклем тағы ете ауылда яңы модулле ФАП-тар асыу планлаштырыла.
Яңы медицина учреждениелары «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һәм «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһы буйынса төҙөлдө. Илмир Илдар улы билдәләүенсә,
яңы медицина учреждениеларын асыу район һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүҙә мөһим аҙым. Был медицина ярҙамы мөмкинлеген киңәйтә һәм йәш белгестәрҙе эшкә йәлеп итеүҙә өҫтөнлөклө