Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Социаль мәсьәлә
12 Ноября 2025, 11:50

Мәләүездә коллегия ултырышы үтте

Республика илдә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күп күрһәткес буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе.

Мәләүездә коллегия ултырышы үттеМәләүездә коллегия ултырышы үтте
Мәләүездә коллегия ултырышы үтте

Республика илдә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күп күрһәткес буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Төбәктә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыуға, дауахана һәм поликлиникаларҙы йыһазландырыуға, граждандарҙың һаулыҡ һаҡлау системаһына ышанысын һәм ҡәнәғәтлеген арттырыуға, үлемде кәметеүгә һәм йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә. 

Бөгөн районда "Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының 2025 йылдың 9 айындағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары" тип исемләнгән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы ултырышы үтте. 

Унда Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, БР Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, БР Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫарҙары, район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, профилле ведомстволар етәкселәре, баш врачтар һәм медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Унда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 2025 йылдың туғыҙ айлыҡ эшенә йомғаҡ яһалды, сиселеш талап иткән мөһим мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары тикшерелде.

Сара барышында "Дан бульвары"нда урынлашҡан медицина хеҙмәткәрҙәре хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалынды. Коллегияла ҡатнашыусылар үҙәк район дауаханаһы эше менән танышты, пациенттар менән аралашты. 

Сара барышы хаҡында гәзиттең киләһе һанында уҡырға мөмкин буласаҡ.

Автор фотолары. 

Мәләүездә коллегия ултырышы үтте
Мәләүездә коллегия ултырышы үтте
Мәләүездә коллегия ултырышы үтте
Мәләүездә коллегия ултырышы үтте
Мәләүездә коллегия ултырышы үтте
Мәләүездә коллегия ултырышы үтте
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас