Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Декабрь , 17:05

Мөмкинлек сикле булһа ла, хыялдар сикһеҙ!

 Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан 3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә.

Мөмкинлек сикле булһа ла, хыялдар сикһеҙ!
Мөмкинлек сикле булһа ла, хыялдар сикһеҙ!

Бөгөн балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан сара ойошторолдо. Унда район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, урындағы инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Ринат Дәүләтшин һәм башҡалар ҡатнашты. Сараға махсус хәрби операция ветерандары ла саҡырылғайны. Эш урындары йәрминкәһе менән башланған сара балаларҙың спорт ярышы менән тамамланды.

Мөмкинлеге сикләнгәндәргә эшләү, уҡыу, спорт менән шөғөлләнеү, һәләттәрен асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға һәм үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле итеп тойорға ярҙам итеү - төп бурыс.

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында.

Автор фотолары. 

Мөмкинлек сикле булһа ла, хыялдар сикһеҙ!
Мөмкинлек сикле булһа ла, хыялдар сикһеҙ!
Автор: Лена Хайруллина
Читайте нас