Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Декабрь , 11:00

Башҡортостан пенсионерҙарына ғинуар пенсияһы ваҡытынан алда түләнә

Яңы йыл байрамдары уңайынан хаҡлы ялдағыларға ғинуар пенсияһы ваҡытынан алда таратыла, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Социаль фонды.

Башҡортостан пенсионерҙарына ғинуар пенсияһы ваҡытынан алда түләнә
Башҡортостан пенсионерҙарына ғинуар пенсияһы ваҡытынан алда түләнә

Социаль фондтың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, һүҙ ғинуарҙың тәүге яртыһында пенсия алған пенсионерҙар хаҡында бара.

«30 декабргә тиклем фонд банк аша аҡса алыу көнө 1 ғинуарҙан 11-нә тура килгән пенсионерҙарға ғинуар өсөн пенсия күсерә. Әгәр пенсия башҡа көндәрҙә таратыла икән, банк аша аҡса график буйынса килә», — тиелә хәбәрҙә.

Почта аша пенсия билдәләнгән көндәрҙә бирелә. Почтальондар уны 3 ғинуарҙан тарата башлай.

Автор: Гөлфиә Акулова.
Автор:
Читайте нас