Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин оҙайлы йылдар халыҡ һаулығы һағында торғандарҙы Яңы йыл менән ҡотлап, мәләүездәр исеменән рәхмәт белдерҙе. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына район хакимиәтенең Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Баш врач Илмир Ҡотлоғужин быйыл башҡарылған эштәргә ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Районда йыл дауамында 7 ФАП асылыуын, бүлексәләргә яңы медицина ҡорамалдары алыныуын, коллективтың йәш кадрҙар менән тулыланыуын, студенттар менән осрашыу уҙғарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Медицина хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты етәксеһе Марат Ғайсин сығышында дауахана ҡаласығын, бүлексәне байрам алдынан иң матур биҙәүселәргә Диплом һәм сертфикат тапшырҙы. Шулай уҡ һүрәт төшөрөү конкурсында еңгән бәләкәй пациенттар иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.
Сарала ҡала мәҙәниәт йорто артистары сығыш яһаны. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәр кемгә яҡшы кәйеф теләп, бүләк тапшырҙы.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.