Көнгәк
-17 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Февраль , 16:00

Бушлай һөнәр алғың киләме?

«Рәсәй эше» платформаһында 186 талап ителгән һөнәрҙе үҙ эсенә алған тәүге 1000 курс асыла.

Бушлай һөнәр алғың киләме?
Бушлай һөнәр алғың киләме?

Башҡортостан президент Владимир Путин булдырған «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү буйынса бушлай белем биреү программаларына ғаризалар ҡабул итә башланы. «Рәсәй эше» платформаһында 186 талап ителгән һөнәрҙе үҙ эсенә алған тәүге 1000 курс асылған да инде. БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников билдәләүенсә, былтыр республика һөнәри уҡытыуҙы үткәндәр һаны буйынса лидерҙар иҫәбенә инде: 3 меңгә яҡын кеше яңы компетенцияларҙы уңышлы үҙләштерҙе. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр алған хәрби тәжрибәһен гражданлыҡ тормошонда ҡулланыуға йүнәлтелгән һөнәрҙәр һайлау мөмкинлегенә эйә була. Улар араһында кибер хәүефһеҙлек буйынса белгестәр, веб-ҡулланмалар эшләүселәр һәм ИТ-тестеровщиктар бар.

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас