Көнгәк
+23 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Май айында пособие һәм пенсия ҡасан күсә?

        

Май айында пособие һәм пенсиялар ҡасан күсерелә?
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе май айында социаль түләүҙәр графигын хәбәр итте. Түләүҙәр түбәндәге тәртиптә башҡарыла.

🔹3 йәшкә тиклемге балалар өсөн:
Әсәлек капиталынан бирелә торған айлыҡ аҡса ғаиләләргә иртәгә күсерелә.
🔹1,5 йәшкә тиклемге балалар өсөн:
Эшләп йөрөгән ата-әсәләргә (хеҙмәткәрҙәргә) йәш ярымға тиклемге бала өсөн пособие 8 майҙа түләнә.

🔹Пенсиялар:
Республикабыҙҙа пенсия түләү көндәре майҙың байрам һәм ял көндәренә тап килмәй. Шуға күрә аҡса ғәҙәти график буйынса бирелә. Пенсияны почта аша алғандарға ул 24 майға тиклем таратыла.

Май айында пособие һәм пенсия ҡасан күсә?
Май айында пособие һәм пенсия ҡасан күсә?
Автор:
Читайте нас