

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 апрелдә Бөрйән урмансылығында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле 1,1 гектар майҙанда сыҡҡан. Ғәйепләнеүсегә ҡарата административ тикшереү ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр бр урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был хоҡуҡ боҙоу өсөн уға 1 миллиондан 2 миллион һумға тиклем штраф янай. Бынан тыш, ул урманға зыянды тулыһынса ҡапларға һәм ут һүндереү өсөн бөтә сығымдарҙы түләргә бурыслы. Урман янғындары өсөн административ ғына түгел, енәйәт яуаплылығы ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы көтә, тип иҫкә төшөрә ведомство һәм түбәндәге миҫалдарҙы килтерә.