Көнгәк
+19 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Депутаттың күп ҡырлы эш сәфәре

 Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров  эш сәфәре менән Мәләүез районында булды.

Депутаттың күп ҡырлы эш сәфәреДепутаттың күп ҡырлы эш сәфәре
Депутаттың күп ҡырлы эш сәфәре

Зариф Закир улы район хакимиәтендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы секретарҙары, ауыл хакимиәте башлыҡтары, махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаилә ағзалары, ирекмәндәр һәм күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр менән осрашты.

Зариф Закир улы йыйылыусыларҙы тәбрикләп, республикала алып барылған эштәр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән таныштырҙы. Ил именлеге һағындағыларға ярҙам ҡулы һуҙғандарға рәхмәт белдерҙе. Ирина һәм Юрий  Батовтар, Рәшиҙә Сангишева, Рәзилә һәм Бәҙретдин  Зәйнәғәбдиновтар, Александра  Семенова, Елена һәм Илдар Латиповтарға “Ватанды һаҡлаусы тәрбиәләгән өсөн” миҙалын тапшырҙы. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутатының Рәхмәт хатына  күп бала тәрбиәләгән Мария Слепченко һәм Әлиә Әлимғолова лайыҡ булды. Район-ҡалала хәйриәлек һәм ирекмәнлек эше менән шөғөлләнгән  Лилиә  Байназарова  депутат ҡулынан иҫтәлекле бүләк алды һәм ҡыҫҡаса үҙ эше тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Артабан Зариф Закир улы районда башҡарылған эштәргә байҡау яһаны, балалар хәүефһеҙлеген арттырыу йүнәлешендә мәктәптәрҙә эшләп килгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кабинеттарының көнүҙәклеген билдәләне. Әйткәндәй, ҡалала 2021 йылдан башлап депутат башланғысы менән махсус кластар йыһазландырыла.

Был көндө Зариф Закир улы “Изге подписка” акцияһы сиктәрендә “Көнгәк”, “Путь Октября” гәзиттәренә яҙылып, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, шулай уҡ ололар йортона бүләк итте.

Райондың “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы етәкселеге һәм ағзалары менән осрашты. Уның барышында балаларҙа хеҙмәткә, оло йәштәгеләргә  һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың ҡәберҙәрен тәртиптә тотоу мөһимлеге тураһында һөйләшеү  ойошторолдо. Зыяратттарҙы йыйыштырыу бәхәс тыуҙырһа ла, экология мәсьәләләрен йыл дауамында күҙ уңында тотоу мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Бөгөн был эште график буйынса ҡала предприятиелары эшселәре алып бара.

“Аныҡ эштәр” партия проекты  сиктәрендә капиталь ремонтланған “Йәшлек”  үҙәгендә булды. “Ватанды һаҡлаусылар”  ирекмәндәр хәрәкәте эше, ҡаланы йылылыҡ селтәре менән тәьмин иткән “Эколайн” предприятиеһында “Коммуналь инфраструктураны моденизациялау” федераль проектҡа ярашлы реконструкцияланасаҡ 4-се ҡаҙанлыҡта эш барышы менән танышты.

Төштән һуң депутат партия проекты сиктәрендә сафҡа тапшырылған Гагарин паркында скейт майҙансығын, ҡала пляжын ҡараны. Планлаштырылған эштәрҙе иғтибар үҙәгендә тотасағы тураһында белдерҙе. Район хакимиәтендә граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса  ҡабул итте, ҡануниәттәге һуңғы яңылыҡтар тураһында һөйләне, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм мәсьәләләрҙе артабан ҡарау өсөн контролгә алды.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас