

Бөгөн район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин «Ватанды һаҡлаусылар» үҙәгендә махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың яҡындары менән осрашты.
Эшлекле сара барышында Зәбир Таһирйән улы яугир ғаиләләрен борсоған мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. Ике яҡ өсөн дә фәһемле һәм йөкмәткеле осрашыуҙа байтаҡ көнүҙәк мәсьәләне ыңғай хәл итеү юлдары барланды.
Осрашыуға йомғаҡ яһап, район хакимиәте етәксеһе ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең йәшәйешкә ҡағылышлы һәр мөрәжәғәтен хәл итеүҙе контролгә алыу бурысын ҡуйҙы.
Автор фотолары.