Туристар ағымы 8,2 процентҡа артҡан

Әле төбәктә 49 туроператор 700-ҙән ашыу төрлө маршрут тәҡдим итә .

Туристар ағымы 8,2 процентҡа артҡанТуристар ағымы 8,2 процентҡа артҡан
Туристар ағымы 8,2 процентҡа артҡан

Башҡортостан Республикаһына туристар ағымы 2025 йылда 2,4 миллион кешенән ашып киткән, тип хәбәр иттеләр төбәк Хөкүмәте идаралығынан. Был 2024 йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда 8,2 процентҡа артыу, “Туризм һәм ҡунаҡсыллы” (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) милли проекты маҡсаттары менән тап килә.

Шулай итеп, ил кимәлендәге рейтингта республика 16-сы урындан 13-сөгә күтәрелеп, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 3-сө урынға сыҡты. Ҡунаҡтарҙың күпселеге күрше төбәктәрҙән, мәҫәлән, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән һәм Татарстан Республикаһынан килә.

“Туристар һанының артыуы беҙҙең дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы раҫлай: инфраструктураны үҫтерәбеҙ, маршруттар ассортиментын киңәйтәбеҙ, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртабыҙ. Бөгөн туристар үҙ зауығына тап килгән сәйәхәтте һайлай алыуы мөһим — белем биреү экскурсияларынан алып әүҙем тау походтарына тиклем", - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Әле төбәктә 49 туроператор 700-ҙән ашыу төрлө маршрут тәҡдим итә. Иң популяр варианттар араһында фәнни-популяр, сәнәғәт һәм иҫтәлекле урындарҙы ҡарау, шулай уҡ тау, походтар һәм йәйәү экскурсиялары бар.

"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештереүгә, тармаҡ кадрҙарын әҙерләргә, Рәсәй эсендә лә, сит илдәрҙә лә сәйәхәт итеүгә булышлыҡ итергә ярҙам итә. Туристар сифатлы хеҙмәтләндереүҙе һәм шәп тәьҫироттар ала, ә бизнес дәүләт ярҙамынан файҙалана. Былар барыһы ла сәйәхәт итеүҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм йәлеп итеүсе итә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырыла.

Туристар ағымы 8,2 процентҡа артҡан
Туристар ағымы 8,2 процентҡа артҡан
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас