Иштуған ауылында фронтовик ғаиләһендә тыуа. Атаһы Сәмсетдин Камалетдинов 1944 йылда яраланып ҡайта. Иҫәп-хисапҡа көслө яугирҙе етәкселек Нөгөш буйында урынлашҡан колхоздарҙың отчеттары буйынса яуаплы итеп билдәләй. Ошо осорҙа ул Кинйәбикә Абдрахим ҡыҙы менән донъя ҡора, ике балалары тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғышта алған яраларынан яугир 1949 йылда вафат була. Атайһыҙ ҡалған балаларға донъя ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәрергә тура килә. Бала саҡтан колхозда төрлө эштәрҙә ҡатнашып хеҙмәт тәрбиәһе алалар. Яҙмыш елдәре гел ыңғай иҫмәй - Ғәйнетдингә төрлө мәктәптә уҡырға тура килә. Әммә ҡайҙа ғына белем алһа ла, тиҫтерҙәре араһында тырышлығы, тапшырылған эште ваҡытынына алда урынына еткереп башҡарыуы менән айырылып тора. Эшкә, уҡыуға ғына түгел, мәктәп, ауыл сәхнәләрендә лә сығыш яһарға өлгөрә.
7-се класты тамамлағас, теүәл фәндәргә ынтылышы булған үҫмерҙе “Ҡыҙыл таң” колхозының комплекслы бригадаһына хисапсы ярҙамсыһы итеп эшкә алалар. Мәктәпте тамамлағас, тракторсыға уҡый, военкомат аша водитель һөнәрен үҙләштереп, Нөгөш һыуһаҡлағысында эшләй. Йәше еткәс, һалдат шинеле кейә һәм өс йылдан артыҡ Германияла хеҙмәт итә. 1968 йылдың декабрендә кесе сержант дәрәжәһендә ҡатҡас, көс ултырған, мыҡтыланған егет бер аҙ колхозда эшләй һәм Мәләүез ағас эшкәртеү комбинатына эшкә урынлаша.
1970 йылда күптән күҙе төшөп йөрөгән Рәйфә Ғилман ҡыҙы менән өйләнешеп, ҡалаға күсәләр, йәштәргә фатир бирәләр. Рәйфә апай балалар баҡсаһында эшләй, бәләкәстәргә белем биреү һәм тәрбиәләүгә күп көс һала. “Ғаилә ҡороу өсөн ишеңде дөрөҫ һайлаһаң - тормош юлдашың һинең холоҡ-фиғелеңде дөрөҫ аңлар, һине үҙенсә үҙгәртергә маташмаҫ, нисек барһың- шулай ҡабул итер”. Был һүҙҙәр Камалетдиновтарҙың тормош девизы.
Татыу һәм өлгөлө ғаиләлә дүрт ҡыҙға – Гөлфиә, Әлфиә, Лилиә һәм Ғәлиәгә атай-әсәй мөхәббәте биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Атай-әсәй мөхәббәтенә сорналып үҫкән ҡыҙҙар был тәрбиәне бөгөн үҙ балаларына лайыҡлы тапшыра. Юбилярҙың хеҙмәт биографияһының бер нисә йылы хоҡуҡ һаҡлау органындағы эшмәкәрлеккә арналған. Тура һүҙле, башлаған эшен тамамламай, күңел тыныслығы алмаған, хеҙмәттәштәренән дә шуны талап иткән хеҙмәткәрҙе 1975 йылда янғын һүндереү часы начальнигы итеп күсерәләр. “Был йылдар беҙҙең тормоштағы иң емешле осорҙарҙың береһе. Төҙөлөш дауам иткән, йәштәрҙең күпләп ошонда төпләнеү мәлен бөгөн дә фотоһүрәттәр аша ҡарап, йылы хәтирәләргә биреләбеҙ”, - ти Камалетдиновтар. Бер нисә йылдан Ғәйнетдин Камалетдиновҡа янғын һүндереү отряды менән етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар. Тап ошо арауыҡта бында янғын автомобилдәре өсөн уңайлы гараж төҙөлә, отрядтың матди техник базаһын нығытыла, хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡлы итеү, балалар баҡсаһы менән тәьмин итеүгә күп көс һалына. Хеҙмәт ветеранының намыҫлы хеҙмәте Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почёт грамотаһы менән дә билдәләнгән.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Рәйфә һәм Ғәйнетдин Камалетдиновтар Арыҫлан ауылында төпләнә. Бөгөн уларҙың ҡунаҡсыл йорто бәхет утраусығына оҡшаш, һәр кемде алыҫтан сәләмләп, үҙенә тарта. Ихаталағы сәскә-гөлдәре күңелгә тыныслыҡ. Байрам, ялдарҙа бында балалар, ейән-ейәнсәрҙәр көтөп алынған ҡунаҡ. 56 йыл тормош юлынан иңгә-иң терәп үткән өлгөлө пар - ауылдың ихтирамға лайыҡ парҙарының береһе. Уларҙың ғаиләһе көс туплаусы нур-йомғаҡ, ошо нур тирә-йүндәгеләргә йәшәүгә көс, өмөт бүләк итә.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА