Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Уҡырға ҡайҙа барырға?

Буласаҡ һөнәргә бөгөн нигеҙ һалына 

Мәләүез ҡалаһы, Ленин урамы, 200 адресы буйынса урынлашҡан  күп профилле һөнәри колледждың ҡабул итеү комиссияһының ҡыҙыу эш мәле. Бында  15 июндән документтар ҡабул ителә башланы.

Уҡыу йортоноң директор урынбаҫары Людмила Дегтярева өс һөнәрҙең: “Шәфҡәт туташы эше” (Сестринское дело), “Мәғлүмәт системаларын техник эксплуатациялау” (Айтишниктар) һәм “Бина һәм ҡоролмалар төҙөү һәм эксплуатациялау” төркөмдәренең йәштәр араһында танылыу яулауын билдәләне.

-  Беҙҙә туғыҙ һөнәр буйынса белем алырға була, шуларҙың 8-е көндөҙгө һәм береһе ситтән тороп уҡыу. Яңы уҡыу йылынан  "Шәфҡәт туташы" класы эшләй башлай. Бөгөн үк уға конкурстың юғары булыуын билдәләргә мөмкин, сөнки 25 бюджет урынына 3-4 тапҡыр, 25 коммерция урынына ла икеләтә күп ғариза ҡабул ителгән, - тип билдәләне Людмила Генадиевна. - Шулай уҡ “Төҙөлөш техниктары” һәм мәғлүмәт системаларын эксплуатациялау, ситтән тороп юристпруденция буйынса  уҡыу төркөмөнә конкурс  ҙур. Башҡа һөнәрҙәргә лә йылдағыса абитуриенттар күпләп документ тапшыра,  Людмила Дегтярева монтаж, техник эксплуатация һәм сәнәғәт ҡорамалдарын ремонтлау (тармаҡ  буйынса) һөнәренә иғтибарҙы йүнәлтә, быйыл уның буйынса бюджет урындары 50-гә тиклем арттырылған. – Беҙ «Йәштәр һәм балалар» милли проектының "Профессионалитет" федераль проектында ҡатнашабыҙ, шуға күрә уҡытыуҙы практикаға, талап ителгән һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләүгә, шул иҫәптән ҡыҫҡартылған ваҡытта һәм артабан эшкә урынлашыуға йүнәлттек, - тип билдәләне Людмила Генадиевна. - Тап ошо һөнәр буйынса  технологтар, үҫемлек сеймалы продукттары технологтары "Профессионалитет"стандарттары буйынса эш биреүселәр менән берлектә әҙерләнгән. Уҡыусылар производствола беренсе курстан уҡ эш тәжрибәһе ала, шулай уҡ республиканың һәм илдең алдынғы тармаҡ компанияларына эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү гарантиялана. Бөгөн "Шәфҡәт туташы эше" һөнәре буйынса документ ҡабул итеү дауам итә тигән инек.  Буласаҡ студенттар ҡайҙа уҡыясаҡ, уларға медицина буйынса кем дәрес бирәсәк? Бюджет урынын һайлағандарға ятаҡ, стипендия бармы?  Илдар Әбдрәшитов беҙгә кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған уҡыу класына сәйәхәт ойошторҙо. Матди-техник базаны камиллаштырыуға, китап һатып алыуҙа  район хакимиәте ярҙам иткән. Уҡыусылар практик дәресте махсус йыһазландырылған кабинетта үтәсәк. Беренсе йыл студенттарҙың бөтәһенә лә стипендия түләнәсәк. Йыл дауамында уҡыуҙан тыш  төрлө сара, конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашыу ҡаралған. Махсус класс асылыуға бәйле,  үҙәк район дауаханаһынан  йәлеп ителгән тәжрибәле 14 врач курс үткән һәм уҡыу йылында дәрес бирәсәк.  Уҡырға инергә теләгәндәргә йәш сикләүе юҡ, мәктәпте яңы тамамлағандарҙан тыш, “Шәфҡәт туташы эше” төркөмөнә документ тапшырғандар араһында 45 йәште үткәндәр ҙә бар.

Рәсәй Мәғариф Министрлығы ҡушыуы буйынса «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» проектының федераль операторы булып һөнәри белем биреүҙе үҫтереү Институты сығыш яһай.

Рәфилә БИКЙӘНОВА.

Уҡырға ҡайҙа барырға?
Уҡырға ҡайҙа барырға?
Уҡырға ҡайҙа барырға?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас