Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Социаль мәсьәлә
5 Сентября , 03:05

Һәр бала бәхетле булырға хаҡлы

Балаларҙы яҡлау һәм ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам күрһәтеү буйынса ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнгән опека һәм попечителлек бүлеге хеҙмәткәрҙәренең эше юридик белемгә эйә булыуҙан тыш күңел һалып башҡарыуҙы талап итә.  

Һәр бала бәхетле булырға хаҡлыҺәр бала бәхетле булырға хаҡлы
Һәр бала бәхетле булырға хаҡлы

Балаларҙы яҡлау һәм ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам күрһәтеү буйынса ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнгән опека һәм попечителлек бүлеге хеҙмәткәрҙәренең эше юридик белемгә эйә булыуҙан тыш күңел һалып башҡарыуҙы талап итә.  

Римма Әлибаева был өлкәлә 2014 йылдан эшләй. Бүлеккә эшкә урынлашҡансы белем биреү учреждениеларында социаль педагог булараҡ тәжрибә туплай.

- Ул ваҡытта мин йәтим балалар менән эшләү тураһында барыһын да беләм кеүек тойолдо. Студент йылдарында педагогик практиканы балалар йортонда үттем. Тап шул саҡта һөнәрҙе дөрөҫ һайлағанымды аңланым, сөнки бала хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау теләге көслө ине, - тип һөйләй Римма Риф ҡыҙы.

Бөгөн дә ни өсөн ошо һөнәрҙе һайлауын ул ябай ғына итеп аңлата: был, моғайын, күңел торошолор.

Опека органында эшләү холоҡто үҙгәртмәй, рухты сыныҡтырмай ҙа ҡалмайҙыр.

- Бында эш башлаған ваҡытта райондың бер ауылына барып эскелек менән мауыҡҡан ғаиләнән баланы тартып алырға тура килде. Күргәндәрем мине шул тиклем тетрәндергәйне. Ҡалаға ҡайтҡанда, алдымда ултырған дүрт йәшлек сабый әсәһен таптырып илай башлағас, ҡушылып илағаным хәтерҙә. Ул тарихтан төп һабаҡ алдым: ата-әсәнең ни сәбәпле яуапһыҙ ҡыланыуын аңларға тырышырға түгел, хәлде дөрөҫ баһалап, балаға ярҙам итергә кәрәк. Бәләкәстәр ни булғанын тулыһынса аңлап етмәһә лә, олораҡтар бик ауыр кисерә. Бала ата-әсәһен нисек бар, шулай ярата. Уның башҡа төрлө булыуын күрмәгәс, шулай йәшәү дөрөҫ тип уйлай, - ти белгес, тормоштағы төрлө аяныслы хәлдәр тураһында һөйләп.

Кемдер опека органы хеҙмәткәрен ғаиләнән бала тартып алыусы тип уйларға мөмкин. Әммә был дөрөҫ фекер түгел. Уларҙың төп маҡсаты - ғаиләне һаҡлап ҡалыу, ата-әсәгә ауырлыҡты еңергә ярҙам итеү. Баланы алыу - уның ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янағанда ғына ҡулланылған һуңғы сара...

Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең 36-сы һанында баҫылды.

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас