

Бөгөн райондың Өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә Халыҡ-ара ололар көнө билдәләнде.
Оло йәштәгеләрҙе байрам менән район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Горев ҡотланы. Етәксе уларға йылы һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте һәм бүләктәр тапшырҙы.
Учреждение мөдире Марина Шибаева бүлексәгә ярҙам итеүсе эшҡыуарҙарҙы һәм ойошмаларҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Байрамды Мәләүез мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистарының концерты йәмләне. Сара йылы мөхиттә үтте.
Автор фотолары.