Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханала Атайҙар көнөнә арналған сара үтте. Саҡырылғандар үҙҙәренең яҡын, терәк һәм өлгө булған ҡәҙерле кешеһе тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Фәнис Бикташев ғаиләлә атай роле тураһында һөйләне, уның һүҙе һәм шәхси өлгөһө баланың холҡон формалаштырыуҙа, яуаплылыҡҡа һәм сыҙамлылыҡҡа өйрәтеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Яҙыусы Тимер Ниәтшин ҡунаҡтарҙы өр-яңы ижад емеше менән ҡыуандырҙы, ул атай һөйөүенә һәм ир-егеттәрҙең көн һайын яҡындары өсөн башҡарған тыныс, әммә иң мөһим батырлыҡтарына арналған яңы шиғырын тәҡдим итте.
Кисә йыр-моң менән үрелеп барҙы. Дамира Байморатова Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып Еңеү менән ҡайтҡан атаһы башҡарған йыр башҡарҙы. Бәләкәй ҡыҙсыҡтың хәтеренә уйылып ҡалған йыр бөгөн үткәндәрҙән Тыуған иле өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер батыр атай-олатайҙарҙың васыяты бклып яңғыраны. Йәш ҡурайсы Рәмил Күсмәйев сарала ҡатнашыусыларға ҡурай моңо бүләк итте. Арабыҙҙа бына шундай милли ҡурай моңонда тәрбиәләнгән киләсәк быуын өсөн күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо нығынды. Айһылыу һәм Рөстәм Оморҙаҡовтар ғаиләһе лә музыкаль бүләкһеҙ килмәгән. Район-ҡалала уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан күп балалы ғаилә өлөгөлө парҙарҙың береһе. Яҡташыбыҙ, талантлы журналист Фәтҡулла Комиссаровтың ҡыҙы атаһы тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Мәссәл Хәкимов йыйылғандарға изге кәңәштәрен еткереп, ғаилә ҡиммәттәренең, ололарҙы хөрмәт итеүҙең һәм быуындар бәйләнешенең мөһимлеген иҫкә төшөрҙө. Уның аҡыллы һүҙҙәре ҡунаҡтарҙа рәхмәт тойғоһо ҡалдырҙы. Бала тулы ғаиләлә тәрбиәләнергә, атайҙар ситтә түгел, үҙ төйәгендә эшләргә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сара тағы ла бер тапҡыр Атайҙар көнө календарҙағы ябай дата ғына түгел, ә һәр ваҡыт яныбыҙҙа булғандарға иң мөһим һүҙҙәрҙе әйтеү һәм уны йөрәктән йөрәккә тапшырыу өсөн яҡшы сәбәп булыуын иҫбатланы.
Бындай тәрбиәүи саралар ғаилә ҡиммәтен нығытыу, атай ролен үҫтереү маҡсатында бик кәрәкле.