-5 °С
Ҡар
Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы спортсыларының штанга һәм гер күтәреү буйынса 30-сы спартакиадаһы Мәләүез ерендә “Тау һауаһы” лагерында уҙҙы. Унда Бөтә Рәсәй Инвалидтар йәмғиәте рәйесе Флүр Нурлығаянов, бөтә Рәсәй Инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республикаһы ойошмаһы рәйесе Олег Ротов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновтың килеүе сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Тормоштоң һынауҙарына бирешмәй, артабан да йәшәргә теләк, йәм табып, рухи яҡтан көслө спортсыларыбыҙҙың ярыш барышы тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.