Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Февраль , 14:34

Батыр егеттәр беҙҙә

2012-2013 йылғы үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында Ғаилә йылына арналған самбо көрәше буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһының асыҡ беренселеге үтте.

Батыр егеттәр беҙҙә
Батыр егеттәр беҙҙә

2012-2013 йылғы үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында Ғаилә йылына арналған самбо көрәше буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһының асыҡ беренселеге үтте.

Унда Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан, Стәрлетамаҡ районынан, Ергән ауылынан, 90-дан ашыу спортсы ҡатнашты. Ергән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте (тренер-уҡытыусы Д. Б. Бикбулатов). Рамин Мусин, Максим Банников, Артем Нилов өсөнсө урынды алды. Егор Якубо, Дмитрий Пронькин, Матвей Абдуллин беренесе урынға лайыҡ булды.
Шулай уҡ Ауырғазы районы Талбазы ауылында уҙған көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселегендә беҙҙең спортсылар һынатманы. Унда Радмир Күсмәев (тренер уҡытыусыһы Айнур Хисаметдинов) беренселекте яуланы. Илмир Тимерғәлин, Айгиз Йәнтилин икенсен урынды алды. Арыҫлан Алтынсурин өсөнсө урынға сыҡты.
Радмир Күсмәев көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составына инде Һәм Ҡаҙан ҡалаһында Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ.

 

Батыр егеттәр беҙҙә
Батыр егеттәр беҙҙә
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: