Конгэк
+4 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Был еңеүҙәрҙә тренерҙың өлөшө ҙур

Ислам Рәсәйҙең спорт мастерына кандидат исемен раҫланы. Арина Журавлева быйылғы саңғы ярыштары буйынса Башҡортостан республикаһының лидер спортсыһы булараҡ танылды. Ҡотлайбыҙ!

Был еңеүҙәрҙә тренерҙың өлөшө ҙур
Был еңеүҙәрҙә тренерҙың өлөшө ҙур

28-29 февралдә Пермь крайының Березники ҡалаһында терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған кешеләр араһында саңғы ярыштары буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Беренсе көндә классик йөрөш менән 5 км дистанцияла 1-се гимназия уҡыусыһы Ислам Күскилдин 5-се урынды яуланы. Ярыштарҙың икенсе көнөндә коньки спринты буйынса ул ҙур уңышҡа өлгәште. Ярымфиналды уңышлы үтеп, Рәсәйҙең иң яҡшы 6 спринтеры дистанцияһында миҙалдар өсөн уйнаны. Ныҡышмалы көрәш барышында Ислам Мәскәү ҡалаһынан өлкән дәғүәселәрен алға үткәреп, бронза призер булды. Ислам Рәсәйҙең спорт мастерына кандидат исемен раҫланы.

03 мартта Ишембай ҡалаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, олимпия чемпионы, биатлон буйынса бер нисә тапҡыр донъя чемпионы Галина Куклева,  Владимир Новожилов иҫтәлегенә саңғы ярыштары буйынса традицион республика ярыштары үтте. 10 километрлыҡ дистанцияла был ярыштарҙың абсолют чемпионы булып йәнә 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Арина Журавлева танылды, быйылғы саңғы ярыштары буйынса ул - Башҡортостан республикаһының лидер спортсыһы. Ислам Кускилдинды, Арина Журавлеваны һәм спортсыларҙың тренеры Радик Байгилдинды сираттағы уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм уҡыуҙа , спортта артабанғы уңыштар теләйбеҙ!

 

Был еңеүҙәрҙә тренерҙың өлөшө ҙур
Был еңеүҙәрҙә тренерҙың өлөшө ҙур
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: