Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Афарин тимәй, ни тиһең!

Башҡортостан дзюдосыһы Япониянан титуллы дәғүәсеһен еңде.

Афарин тимәй, ни тиһең!
Афарин тимәй, ни тиһең!
Башҡортостан дзюдосыһы Карен Галстян Тбилисиҙа Ҙур шлем турнирында көмөш призер булды. Спортсы ярымфиналда Япониянан Соичи Хашимотоны еңде. Был хаҡта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Грузияла халыҡ-ара ярышта донъяның 83 иленән 531 дзюдосы көс һынашты.

«Әйткәндәй, Хашимото — бик көслө дәғүәсе: дзюдо буйынса өсөнсө дан эйәһе, 2022 йылда Япония чемпионы, Азия чемпионы, донъя чемпионы», — тип яҙҙы Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында.

Карен Галстяндың тренерҙары — Олег Назаров һәм Юрий Зубков.

Фото:Рәсәйҙең Дзюдо федерацияһы

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-03-25/dzyudoist-iz-bashkirii-pereborol-titulovannogo-sopernika-iz-yaponii-3699528

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: