Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Тән сихәте - хәрәкәттә

Ғәҙәттә физкультура йәки гимнастика яһау өсөн иртәнге сәғәттәр бүленә.

Тән сихәте - хәрәкәттә
Тән сихәте - хәрәкәттә

* Ғәҙәттә физкультура йәки гимнастика яһау өсөн иртәнге сәғәттәр бүленә. Шулай ҙа, Олимпия рекордтарының күбеһе, асыҡланыуынса, төштән һуң ҡуйылған икән. Ғалимдар, көндөҙгө 4-тән киске 7-гә тиклем - күнекмәләр яһау өсөн иң яҡшы ваҡыт, тип һанай.
* Бөтә донъя сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһы өлкәндәр өсөн физкультура менән шөғөлләнеүгә махсус тәҡдим эшләгән. Уртаса көсөргәнештәге күнекмәләргә аҙнаһына ике сәғәт ярым — 150 минут етерлек һанала. Был — әкрен йүгереү, тиҙ атлап йөрөү, ҡәҙимге тиҙлектә велосипедта йөрөү. Көсөргәнеште арттырғанда, 75 минут сарыф итеү ҙә ярай. Был — йөҙөү, футбол уйнау, фитнес менән шөғөлләнеү, шәп йүгереү.
* Сәләмәт булыу — кешенең үҙе өсөн дә, яҡындарына ла, йәмғиәткә лә отошло. Физик культураның иң ябай төрө — атлау, йәйәү йөрөү. Әкрен барыуҙан тиҙ атлауға күсеп, көсөргәнеште үҙгәртергә лә була. Хәле еткәндәргә йүгереү нығыраҡ файҙалы. Көн дә йүгереү, уны ғәҙәткә индереү - күңел күтәренкелеге, һәйбәт кәйеф, ин, мөһиме, ныҡлы һаулыҡ сығанағы.

Тән сихәте - хәрәкәттә
Тән сихәте - хәрәкәттә
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: